Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Май ҡояшы балҡый күгебеҙҙә

Май айының аяҙ бер кисендә,Һайрағанда ҡоштар тирәктә,Сирендәрҙең ап-аҡ тәлгәштәренӨҙөп бирҙең миңә бүләккә...

МАЙ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
Майһыҙ ҡар бөтмәҫ
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр
Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт
Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа
Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Майҙа иҫтәлекле көндәр
1 – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы.
3 – Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө.
5 – Халыҡ-ара инвалидтар хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө.
7 – Радио көнө, бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
8 – Бөтә донъя Ҡыҙыл тәре һәм Ҡыҙыл ярым ай көнө.
9 – Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө (1941-1945).
12 – Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө.
15 – Халыҡ-ара ғаилә көнө.
17 – Халыҡ-ара балалар “ышаныс телефоны” көнө.
18 – Халыҡ-ара музейҙар көнө.
19 – Пионерия көнө.
24 – Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө.
Ураҙа байрамы.
Яҙыусы Михаил Шолоховтың тыуыуына - 115 йыл.(1905-1984).
25 – Филологтар көнө.
26 – Рәсәй эшҡыуарҙары көнө.
27 – Дөйөм Рәсәй китапханалары көнө.
28 – Сик һаҡсылары көнө.
31 – Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө.
Химиктар көнө.
Рәсәй адвокатураһы көнө.
Читайте нас: