Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
12 Апрель 2020, 22:55

Умырзая түгел зая, унан яҙ наҙы тама

Наҙҙар һибеп тирә-яҡҡа, ултыра умырзая,Яңы хистәргә төрөнәм, уҙмаһын ғүмер зая...

Апрель етһә, яҙ етер, иреп-ағып ҡар китер
Һынамыштар
- Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр.
- Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
- Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
- Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.
- Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
- Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
- Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.
- 1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.
- 12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.
- 15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.
Фәнүзә СУФИЯНОВА фотоһы.
***
Ер әрселеү менән һуңғы ҡарҙан
Умырзая сыҡҡан һарғайып,
Яндарыңа килдем хәл белергә
Ултырмаһын тиеп моңайып...
Читайте нас: