Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
12 Апрель 2020, 23:00

Мин - терпе, энәле йомғаҡ...

Үҙ аллы изоляция ваҡытында һеҙгә ҡунаҡтар киләме? Ә бына Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Йосоповтарға улар көнөнә бер нисә тапҡыр килә. Һәм, күреүегеҙсә, битлектәрһеҙ.

Гүзәлиә һәм Фәрхәт Йосоповтар күптән түгел генә өй туйланы, улар өс бала тәрбиәләй. Ошо көндәрҙә уларға бер терпе балалары менән йыш ҡына ҡунаҡҡа килә башлаған. Өҫтәүенә ихатала ғына йөрөмәй, өйгә лә инәләр икән. Дүртенсе синыфта уҡыусы Тимур, һеңлеһе Әлфинә һәм хатта бәләкәс Ильяс та “энәле дуҫтары” менән рәхәтләнеп уйнай, ҡунаҡтарҙы ихлас һыйлайҙар. Терпеләр айырыуса үлгән умарта ҡорттарын ярата икән. Ә улар Йосоповтарҙа етерлек, сөнки ғаилә башлығы күп йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

- Һыйланһындар әйҙә, файҙалы бит, - тип йылмая Гүзәлиә һәм Фәрхәт Йосоповтар.

Читайте нас: