Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
2 Апрель 2020, 14:05

“Фотоһүрәткә исем уйла” конкурсына йомғаҡ яһайбыҙ

Күптән түгел гәзитебеҙ сайтындағы фотоһүрәткә иң яҡшы исем уйлауға конкурс иғлан иткәйнек.

Ҡапҡанан ҡарап торған был эт гәзит уҡыусыларыбыҙға бик оҡшап ҡалды. Әйткәндәй, ул район үҙәге урамдарының береһендә урынлашҡан йортта йәшәй. Дүрт аяҡлы йорт һаҡсыһы эргәһенән уҙып барыусыларҙың ни өсөн унан ҡурҡмай, ә киреһенсә, йылмайып үтеүенә ысынлап та аптырап ҡалған.

Был фотоһүрәткә ҡағылышлы беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы, шаян һәм тапҡыр яуаптар килде. Башта фотографияға исем биреү тураһында баш ватһаҡ, хәҙер инде нисек еңеүсене билдәләргә тигән һорау тыуҙы. Сөнки, ысынлап та, яңғырауыҡлы һәм креатив исемдәр бик күп булды.

Бына бер нисә генә миҫал: “Рәхим итегеҙ, сәйҙәр ҡайнаған, аштар әҙер! Хужалар һеҙҙе генә көтә!”, “Ә мин Матроскинды көтәм, ул баҙарға һөйәк алырға киткәйне”, “Хатико”, “Һеҙ минең хужабикәне күрмәнегеҙме?”. Әйткәндәй, хужабикәһе лә табылды, уның әйтеүенсә, эт игеҙәк ҡыҙҙарҙың мәктәптән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә икән.

Беҙҙең тапҡыр гәзит уҡыусыларыбыҙ көнүҙәк темаларҙы ла урап уҙманы, әлбиттә: “Коронавирус бөттөмө?”, “Ә коммуналь түләүҙәргә квитанциялар ҡасан килә?” һәм башҡалар. Ғөмүмән, бар яуаптарҙы ла һанап китһәң, бик оҙаҡ булыр ине. Шуға ла сайтыбыҙға инеп, үҙегеҙ уларҙы тағы ла бер тапҡыр ҡарай алаһығыҙ, был һеҙгә күңелле ял минуттары бүләк итер.

Ә еңеүсегә килгәндә иһә, жюри татар телендә яҙылған шаян, үҙенсәлекле шиғыр авторы – Әлшәй шағирәһе Гөлфиә Ғиззәтоваға беренсе урын бирҙе. Уның шиғырын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ:

Хужаларымды көтәм мин,
Эштә улар иртәнән.
Әйтеп ҡалдырҙылар миңә
Сыҡма, тиеп кәртәнән.
Исемемде әйтәм әле,
Һарыбай мин, белегеҙ,
Ҡиәфәтем ҡыҙыҡ булһа,
Әйҙә инде, көлөгөҙ.
Эт булһам да, аҡыллы мин
Тешләшмәйем, уҫал түгел.
Дуҫты дошмандан айырам,
Эт бит мин, һиҙгер күңел.

Бүләгебеҙ еңеүсене редакцияла көтә. Ҡотлайбыҙ!

Читайте нас: