Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
27 Февраль 2020, 16:55

Үәт, ҡыҙыҡ!

Йәш адвокат атаһына ҡыуанысы менән уртаҡлаша.

– Атай, һин 20 йыл буйына алып барған эшеңде тамамланым һәм судта еңдем.
Атаһы:
– Алйот һин, улым. Мин ошо эште 20 йыл буйына һуҙып, һеҙҙең тамағығыҙҙы туйҙырҙым.
Ире ҡатынына:
– Ике яңылығым бар. Береһе – яҡшы, икенсеһе – насар. Насары: мин һинең аҡсаңды туҙҙырып бөтөрҙөм. Яҡшыһы: һин хәйерсе булһаң да, мин һине яратам.
Дуҫтар байрам итә.
– Марат, һин ишекте яптыңмы?
– Яптым.
-Йоҙаҡҡа бикләнеңме?
–Эйе.
– Егеттәр, Маратҡа бүтән һалмағыҙ, беҙ бит палаткала.
Танышыу хеҙмәтенә шылтыраталар.
– Алло, һеҙҙең менән танышырға мөмкинме?
– Әлбиттә. Үҙегеҙ менән таныштырығыҙ һуң.
– Мин тәпәшәк буйлы, тулы кәүҙәле, ҡырылмаған йөҙлө…
– Яҡуп, һинме ни был?
"Йәшлек" гәзитенән алынды.
Читайте нас: