Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
14 Февраль 2020, 21:55

Урама

Аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова урама бешереү серҙәре менән уртаҡлаша.

3 йомортҡа
3 аш ҡалағы һөт
1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
сәй ҡалағы осонда ғына тоҙ
семтем генә сода
2 стакан он.
Йомортҡаға һөт, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып венчик менән күпертеп алғандан һуң теүәл ике стакан он ҡушып ҡамыр баҫтым, онға семтем генә сода ҡушылған булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер-аҙ ваҡыт ҡуйып торҙом. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп һалмаға йәйгән кеүек йәйеп ситтәрен семәрләп 3-4 см яҫылыҡтағы таҫмаларға киҫеп сыҡтым. Һәр таҫманы берәмләп ағасҡа уратып алып ҡыҙыу майҙа бешереп алдым, бешергән саҡта ураманы өйрөлтөп торорға кәрәк.

#Гөлгөнә_Байегетова #аш_һыу
Читайте нас: