Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
11 Ғинуар 2020, 22:10

«Китап биттәрендә -ҡар бөртөктәре»

Яңы Сәпәш мәҙәниәт йортонда ҡышҡы каникул көндәрендә балалар өсөн мауыҡтырғыс саралар үтте.

Яңы Сәпәш мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы менән берлектә «Китап биттәрендә - ҡар бөртөктәре» исемле мауыҡтырғыс сара үтте. Китапханасы Лилиә Кинйәбай ҡыҙы яңы китаптар менән таныштырғас, ҡыш миҙгеленә арналған викторина ойошторҙо. Байрамға йәм өҫтәп, Ҡарһылыу килеп ингәс, балалар бигерәк тә шатланды. “Яңы йыл һеҙгә ошондай ҡар бөртөктәре кеүек аҡ бәхеттәр алып килһен”,- тип ул балаларға бүләк таратты. Ҡар бөртөктәре бейеүен бергәләп бейегәс,Ҡарһылыу балаларға төрлө илдәрҙә яңы йыл атрибуттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә еткерҙе. Шулай уҡ кисәлә төрлө конкурстар ойошторолдо.

Фото:социаль селтәрҙәрҙән.

Читайте нас: