Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
9 Ғинуар 2020, 16:25

Мәҙәктәр

– Әсәй, беҙҙең шыршы яна!

– Дөрөҫ һөйлә, улым, шыршы балҡый.
– Шыршы балҡып, уты селтәргә ҡабынды инде.

***
Атаһы – улына:
– Улым, үҫеп еттең инде. Кем булырға уйлайһың?
– Ҡыш бабай булырмын, ахыры…
– Ниңә?
– Сөнки ул Яңы йылға тиклем – бер аҙна, Яңы йылдан һуң тағы бер аҙна ғына эшләй.
Ике ир һөйләшә.
– Ҡатынға алған бүләгемде шыр­шы аҫтында ҡалдырҙым.
– Оҡшаттымы һуң?
– Әле эҙләп тапмаған. Урман ҙур бит.

***
Бәләкәй ҡыҙ ата-әсәһе менән һөйләшә.
– Ҡыш бабай насар кеше икән. Әйберҙәрҙе урлай, бур!
– Ҡыҙым, ниңә улай тиһең?
– Шкафтан әсәйем алған ҡурсаҡты урлаған да, шыршы аҫтына һалып ҡуйған…
Читайте нас: