Китапхана мөдире Мәрзиә Абдрахманова әйтеүенсә, балалар өсөн бында күп ҡыҙыҡлы саралар уҙа. Тылсымлы әкиәттәр донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташыбыҙ Гөлфиә Юнысованың «Яңы йыл кисәһендә» әкиәтен, Сергей Георгиевтың «Я спас Деда Мороза» әҫәрен уҡығандар, яратҡан йәнһүрәттәрен ҡарағандар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, шашка, шахмат уйындары уйнап, тәмле-татлы приздар ҙа алғандар.