Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
26 Декабрь 2019, 19:05

Мәҙәктәр

Һыуытҡыстағы “Тәмләп ҡарау тыйыла, әле Яңы йыл етмәгән!” акцияһы 31 декабрҙә тамамлана.

Атаһы шыршы ҡуйғансы, биш йәшлек улының һүҙлек байлығы байтаҡҡа артты.
***
Яңы йыл төнөндә буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй икән:
– Ҡара әле, етте, тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ҡара: беҙ бит вагон-ресторанда!!!
***
Ир ҡатынына СМС яҙа: "Ҡәҙерлем,бөгөн корпоративта аяғымды ауырттырҙым. Гөлдәр мине дауаханаға алып килде... Хәлдәр хөрт, аяғымды киҫмәһәләр ярар ине...
Ҡатынынан СМС: "Ә кем ул Гөлдәр?
***
Өләсәһе ейәнсәренә Яңы йылға табип йыйылмаһы бүләк итә. Бесәйҙәр шунда уҡ ҡасып бөтә. Ә олатаһы өлгөрмәй.
***
- Был тиклем дә насар һүҙҙе кемдән ишеттең һин? Атайың да хатта улайтып әйтмәй! - тип әрләй әсәһе алты йәшлек Рәшитте.
- Ҡыш бабайҙан ишеттем!
- Алдашма!
- Ыыыысссын! Фәнил уға ҡар менән бер бәргәйне ул шулай тине...
Читайте нас: