Тәүҙә бер Ҡыш бабай күренде, уның артынан икенсеһе, артабан инде уларға бер төркөм Ҡыш бабайҙар килеп ҡушылды. Иң тылсымлы байрам алдынан ауыл мәҙәниәт йорттарынан һәм клубтарҙан, мәктәптәрҙән, балалар баҡсаларынан килгән бөтә Ҡыш бабайҙар район үҙәгенең төп майҙанына йыйылды.
Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тигәндәй, аҡ һаҡаллы шуҡ бабайҙар дәртләнеп китеп, осҡондар сәсеп бейене. Уларҙың эргәһендә сағыу күлдәкле һәм оҙон толомло Ҡарһылыуҙар өйөрөлдө,төрлө әкиәт геройҙары – Убырлы ҡарсыҡтан алып, урман кейектәре, Ҡомаҡтар һәм Сусҡаларға тиклем тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Парадта ҡатнашыусылар подиумда, дефиле күрһәтеүҙә, бейеү флешмобында һәм шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнауҙа ла һынатманы. Ә артабан бөтә ошо төркөм ғәҙәти Яңы йыл маршруты буйынса юл тотто.
Ә жюри ағзалары фекере буйынса Пионерҙар йорто, 2-се балалар баҡсаһы, Ҡыҙыл мәҙәниәт йорто һәм Отрада клубының Ҡыш бабайҙары иң яҡшылары булды.