+1 °С
Болотло
Ҡомаҡ – тыныс холоҡло хайуан. Тәртипте һәм уңайлылыҡты ярата, ҡыйыу, үҙенә ышанған кешеләргә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә үҙ йылында ул эшләй белгән һәм эшләргә теләгәндәргә ярҙам итәсәк, шулай уҡ үҙ именлеге өсөн бөтә көсөн һаласаҡ, ти астрологтар.
Ҡомаҡ дуҫлыҡты хөрмәт итә һәм ныҡлы ғаиләларҙе баһалай. Яҡындарына һәм туғандарына ихлас мөнәсәбәттә булғандар өсөн ул изге талисманға әйләнәсәк һәм шәхси бәхет килтерәсәк. Иң мөһиме - намыҫлы алымдар менән эш итергә, сөнки Ҡомаҡ алдашыуҙы һәм әшәкелекте яратмай.