Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Облачно
Баш
Тат
Күңелле үтһен ялығыҙ
19 Декабря 2019, 09:15
Яңы йыл (йыр)
Яңы йылға әлшәйҙәргә матур бүләк - Яңы йыл йыры. Венер Ғәлимов һүҙҙәре, Рим Сафин музыкаһы.
Аттар саба, ап-аҡ аттар -
Ҡыштың көмөш айҙары.
Арттарынан буран булып
Туҙып ҡала ҡарҙары.
Ишектәрҙе асып ҡуйҙыҡ,
Яңы йылды ҡаршылап.
Донъяларҙы ҡупшы итеп
Биҙәп тора шыршылар.
Яны йыл килә -
Көлә, көлә яңы йыл.
Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә
Һаубуллаша иҫке йыл.
Аҡ бәхеттәр, изге теләк
Алып килһен Яңы йыл.
Бер-беребеҙгә булып терәк
Үтһен, дуҫтар, килгән йыл.
Тирә-яҡты моңға күмеп,
Ҡыңғырауҙар яңғырай
Күңел асып, йырлап халыҡ
Яңы йылды ҡаршылай.
Яны йыл килә -
Көлә, көлә яңы йыл.
Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә
Һаубуллаша иҫке йыл.
Иҫтә ҡалһын үткән йылдың
Иң бәхетле көндәре.
Миҙгел булып ҡалыр, дуҫтар,
Яңы йылдың төндәре.
Венер ҒӘЛИМОВ.
Раевка ауылы.
Фото: яндекс
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"