Бүләк түгел, иғтибар мөһимерәк, тиһәләр ҙә, беҙҙең һәр беребеҙ бер нимәгә бойомға ашмаған ваҡ-төйәк түгел, ә күңеленә ятҡан әйберҙе бүләк итеп алырға теләй. Әлбиттә, үҙебеҙ ҙә яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға бүләк һайлағанда, уларҙың зауығына тап килергә тырышабыҙ. Статистика буйынса, Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө бүләккә хушбуй, биҙәнеү әйберҙәре, кәнфит һәм уйынсыҡ һайлай. Илебеҙҙең һәр унынсы кешеһе аҡса һәм сувенир яҡлы. Ете процент өҫ һәм аяҡ кейеме, телефон, сәскә, көнкүреш техникаһын иң яҡшы бүләк тип һанай. Ике процент ресторанда киске аш, театр йәки концертҡа билет бүләк итеү отошло, ти. Бер проценттың компьютер, автомобиль, сәйәхәт кеүек үтә ҡыйбатлы бүләктәргә хәле етә. Ә Яңы йылға нимә бүләк итергә? Был мөһим эште башҡарғанда яҡындарығыҙҙың зауығын, ҡыҙыҡһыныуҙарын, йәшәү рәүешен иҫәпкә алығыҙ. Бүләк һайлауҙы һуңғы көнгәсә ҡалдырмағыҙ, ҡаңғырып, ҡулығыҙға нимә эләгә, шуны алыуығыҙ ихтимал. Кешегә бер ҡасан да “хыялының күсермәһен” бүләк итергә ярамай. Мәҫәлән, дуҫығыҙ яңы автомобиль йәки ҡиммәтлерәк телефон тураһында хыяллана, ә һеҙҙең уға уйынсыҡ машина йәки балалар телефоны бүләк итеүегеҙ килешмәй.