Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
13 Август 2019, 13:38

Йондоҙнамә (12-18 август)

ЙОНДОҘҘАР БЕҘГӘ ЮЛ КҮРҺӘТӘ, ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна барышында яҡшы таныш эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Йондоҙҙар алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙан бер аҙым да тайпылмаҫҡа ҡуша. Шаршамбыла бик кәрәк саҡта ярҙам алырһығыҙ.



һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙә үҙ фекерегеҙҙе йыш яҡларға тура килер. Әйткәндәй, күпселек осраҡта һүҙегеҙ үтер. Яҡын араға файҙалы сәфәрҙәр ҙә көтөлә. Йомала иңегеҙгә ниндәйҙер яуаплылыҡ алырға кәрәк булыр.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Элекке аҙнаға ҡарағанда, быныһы күпкә уңышлыраҡ килер. Эшлекле мөнәсәбәттәр һәйбәт булыр, кәрәкле кешеләр менән уртаҡ тел таба алырһығыҙ кеүек. Шаршамбылағы мәсьәләне хәл иткәндә эске тауышығыҙға ышанығыҙ.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һуңғы ваҡыттағы эштәрегеҙгә йомғаҡ яһарһығыҙ, моғайын. Ғөмүмән, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Уңыштарға тырышлығығыҙ һәм һәр саҡтағы етеҙлегегеҙ булышлыҡ итер. Был арала бер нисә өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ.


Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна һәйбәт килер. Алдығыҙҙа торған бер нисә ҡатмарлы мәсьәләне хәл иткәс, абруйығыҙ тағы ла артыр. Шаршамбыла һис уйламағанда аҡса килеүе ихтимал. Йомала яҡын кешенән ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Кире ваҡиғалар йоғонтоһо көслө булырға оҡшай. Хәлде ыңғай яҡҡа бороу өсөн ныҡ тырышырға тура килер. Яҡындарығыҙ һеҙҙе аңлар, ләкин әллә ни ярҙам итә алмаҫ. Бөтә мәсьәләне үҙегеҙ генә сисерһегеҙ.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор бер аҙ икеле килер кеүек. Аҙнаға ҡорған маҡсаттарығыҙҙың йыш боҙо­лоуы ихтимал. Аҡса менән бәйле мәсьәләләргә ҡарата йондоҙҙар үтә иғ­тибарлы булырға ҡуша. Хаталаныу ихти­маллығы был арала юғары буласаҡ.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырға кәрәктер. Башҡаларға ышанып, ауыр хәлдә ҡалыуығыҙ мөмкин. Был арала яңы эштәрҙе башламаҫҡа тыры­шығыҙ, ҡыйынлыҡтар уларҙы тамамлауға ҡамасаулар.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Уңышлы аҙна. Ыңғай мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышығыҙ, ундай мәлдәр һирәк була. Бөтә өлкәлә лә алға китерһегеҙ. Шаршамбыла бик ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡайһы бер уңыштарға өмөт итергә булалыр. Шишәмбеләге һөйләшеүҙән һуң кәйефегеҙ мотлаҡ күтәрелер. Кесе йомала ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ ихтимал. Әгәр уны шундуҡ тәҙәтмәһәгеҙ, аҙаҡ ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ.


Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна бер аҙ икеле көтөлә. Был арала кеше һүҙенә артыҡ ышанмағыҙ, ул файҙа бирмәҫ. Кесе йома уңышлы булырға оҡшай, уңайлы мәлде файҙаланып ҡалығыҙ.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һәйбәт осор. Йондоҙҙар тырыш кешегә бөтә өлкәлә лә һиҙелерлек уңыштар вәғәҙә итә. Көндәрҙең тәүге яртыһы файҙалыраҡ үтергә тейеш. Офоҡтар бер аҙ асылып китер. Туғандар менән генә ҡайһы бер ҡатмарлыҡ булыуы бар.

Читайте нас: