Әлшәй хәбәрҙәре
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
5 Август 2019, 14:27

Үәт, ҡыҙыҡ!

– Элекке ирем шәмбе һайын иҫемә төшә.

– Ниңә?
– Сөнки күлдәге менән иҙән йыуам.


* * *
Домофондан шылтыраталар:
– Кем?
– Тәҙрә йыуыусы.
– Һуң, әле генә керҙегеҙ ҙә инде…
– Йығылып төштөм.
* * *
Әсә 12 йәшлек улын етәкләп, психологҡа килә.
– Доктор, улым көнө-төнө интернетта ултыра. Шәрә ҡатындар һүрәтен ҡарай.
Психиатр:
– Икебеҙҙе генә ҡалдырығыҙ әле.
Табип, әсәһе сығып киткәс:
– Сәләмәт тип справка яҙып биреүемде теләйһеңме?
– Әлбиттә.
– Тиҙ генә сайттарҙың адрестарын яҙып бир әле.
* * *
Балалар баҡсаһында атаһы ҡыҙына кәңәш бирә.
– Әгәр ҙә берәйһе һине ҡыйырһытһа, башына уйынсыҡ көрәк менән бир!
– Атай, мин бит ҡыҙ кеше!
– Улайһа, көрәктең ҡыҙыл төҫтәгеһен ал!


* * *
Хәрби комиссияла ҡолаҡ табибы:
– Туҡһан биш…
Һалдатҡа саҡырылыусы аңламай:
– Ниңә шулай ҡиммәт?


* * *
Ҡатыны – иренә:
– Беҙгә был этте олаҡтырырға кәрәк.
– Ниңә?
– Мин йырлағанда олой.
– Һин беренсе булып башлайһың бит.


* * *
– Өҫтәл янында уҡыма! – ти ҡатыны, ирен шелтәләп. – Нимә ашағаныңды ла күрмәйһең бит!
– Шуны күрмәҫ өсөн уҡыйым да.


* * *
– Кейәүгә сыҡҡанһың икән тип ишеттем. Иреңдән уңдыңмы?
– Юҡ. Ирем ни бешеренә белмәй, ни иҙән йыумай.
Фото/Яндекс


Читайте нас в