Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Их, еләкле йәйҙәре! (Фирүз Әхтәмов, Ҡармыш ауылы)

Их, еләкле йәйҙәрҙең онота алмамын тәмдәрен

Алпан-толпан, аунап-тәгәрәп,
Ер еләге йыйҙым болонда.
Күрһә әгәр ошо ҡиәфәттә
Өркөр, айыуға һанап, минән ҡолон да.
Хуш еҫле лә ялан сәскәләре,
Әйләндерә бер аҙ башымды.
Күгәүен, серәкәй ыҙалауына
Түҙәм, төйөрмәйем ҡашымды.
Йәшен йәшнәп, гөрһөлдәп,
Тау артынан ямғыр килде.
Ожмах ишле сәхрәләрҙәге
Кинәнес шөғөлөмдө шулай бүлде.
ФИРҮЗ ӘХТӘМОВ.
Ҡармыш ауылы.
Читайте нас: