Еләк-емештең күплеге менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай, магазин кәштәләрендә экзотик емештәргә тиклем тулып ята. Күптәр үҙ баҡсаларында ла витаминлы продукция үҫтеререгә тырыша. Әммә нисек кенә булмаһын, йәй уртаһында һәр кем ошо хуш еҫле, иҫ киткес тәмле һәм файҙалы ер еләген йыйып ҡалырға ашыға. Ауыл халҡы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренән, бесән әҙерләүҙән бер аҙ арынып урманға юл тота, ҡаланыҡылар иһә отпускыһын ошо ваҡытҡа тура килтерергә йәиһә ял көндәрендә тыуған яҡтарына ҡайтырға тырыша. Шуға ла еләк еҫе аңҡып торған ялан-туғайҙар был көндәрҙә ҙур бер ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.
Һәр кемдең еләккә йөрөй торған үҙе генә белгән урыны бар. Кемдер яңғыҙы, уйҙарына бирелеп йыйырға ярата, икенселәр һөйләшә-һөйләшә йыйыуҙы хуп күрә, бәғзеләр ҙур бер компания менән килеп, бер ыңғайҙан тәбиғәт ҡосағына ял итеп ҡайта. Ҡайһы берәүҙәр инде артыҡ мәшәҡәтләнмәй, баҙарҙан ғына һатып ала. Ярай әле,уңған ауыл халҡы еләкте үҙе өсөн дә, һатыу өсөн дә йыйып өлгөрә. Хаҡтар ҙа әллә ни ҡиммәт түгел, мәҫәлән, район үҙәгендә еләктең биш литрлы биҙрәһе 500 һум тора, бер аҙ һатыулашырға ла мөмкин. Әммә тәбиғәт биргән бүләкте яланға үҙең барып, илаһи бер тынлыҡта, ҡоштар йырын тыңлай-тыңлай, биҙрәңде һутлы еләк менән тултырыуҙан, бер юлы хуш еҫле үләндәр йыйыуҙан, миндек әҙерләүҙән дә яҡшыһы юҡтыр ул.
Еләкте хужабикәләр ҡышҡа төрлөсә әҙерләй. Берәүҙәр уны таҙартып ҡайнатма ҡайната, икенселәр бөтә файҙа тап бына “күлдәгендә” тип иҫәпләй. Ҡайһы берәүҙәр туңдырып ҡуйыуҙы хуп күрә. Нисек кенә булмаһын, ҡышҡы һалҡындарҙа тәмле ҡайнатма һәм еләк бәлеше менән үләнле сәй эсеүҙәре үҙе ни тора!
Ә һеҙ еләккә барҙығыҙмы әле?
Ер еләгендә В1 һәм С витаминдары күп. Урман еләге организмды нығыта, уның һаҡланыу һәләтен арттыра. Ер еләге йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, яңы ғына йыйылған еләк ҡан баҫымын яйға һала һәм атеросклероз сиренең үҫешен иҫкәртергә ярҙам итә. Шулай уҡ был емеш анемияны дауалағанда ла ҡулланыла һәм ҡанда холестерин миҡдарын кәметеүгә булышлыҡ итә.