Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә (27 май - 2 июнь)

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда, тип киҫәтә.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна бер аҙ икеле килер. Шулай ҙа кире ваҡиғалар һеҙҙе урап үтер. Был хәл даими иғтибар һәм уяулыҡ талап итә. Кесе йоманан һуң һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.



Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бәғзеләрҙе был арала аҡса мәсьә­ләләре борсор. Ысынында, хәлегеҙ бигүк насар түгел. Сығымдарығыҙҙы бер аҙ ҡыҫҡартыу ҙа етер. Кемгәлер яңы таны­шығыҙҙың оҡшамауы ла ихтимал. Тәүге фекер­ҙәрҙең хаталы булыуы ла мөмкин.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна араһындағы сәфәрҙәрегеҙ уңыш­лы үтер. Аралашыуҙар ҙа өмөтлө булыр һымаҡ. Таныштарығыҙҙан файҙалы хәбәр ҙә ишетерһегеҙ. Йомала күп көс түгер­һегеҙ, ә һөҙөмтәһе бик аҙ булыр.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡайһы ваҡыт уйламай эш итеүегеҙ зыян килтерер. Иғтибар үҙәгендә булырға тырышыуығыҙ дошмандарҙы күбәйтер. Был йәһәттән шишәмбе айырылып торор. Артабан һағыраҡ булһағыҙ, аҙнаны һәйбәт тамамларһығыҙ.


Буға (21.04 – 21.05)
Ҡәҙимге осор. Шаршамбыла төрлө дәғүә­нән ары торорға тырышығыҙ. Ғөмүмән, кире ҡараштағы кешеләр менән мөмкин тиклем аралашыуҙы кәметегеҙ. Аҙна араһында туғандарығыҙҙан яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Бүләк алыуығыҙ ҙа бар.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элегерәк алған кәңәш иҫегеҙгә төшөр. Заманында уға ниңәлер иғтибар бир­мәгәнһегеҙ. Был хәл арҡаһында нин­дәйҙер күптәнге хатағыҙҙы төҙәтә алыр­һығыҙ. Йомала күптәр һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерер.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һуңғы ваҡытта булышҡан эшегеҙ көт­мәгәндә туҡтап ҡалыр. Һис уйламаған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү өҫтәмә көс талап итер. Шуға күрә киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ үҙгәрер. Ниндәйҙер сәфәрҙе лә кисектерергә тура килер.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Яңы белем алыу, һөнәр үҙләштереү яҡшы барыр. Эшегеҙ күп булыуға ҡара­маҫтан, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Осрап торған ҡыйынлыҡтар һеҙҙе дәрт­ләндереп кенә ебәрер. Шулай ҙа үҙегеҙгә ял бирергә лә онотмағыҙ.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бәғзеләр күптән көткән хәбәрҙе ишетер. Был арала ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрерһегеҙ һымаҡ. Үҙ фе­­ке­регеҙҙе, һүҙегеҙҙе яҡлағыҙ. Ши­шәм­белә оло йәштәгеләрҙең әйткәндәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һуңғы яңылыҡтарға ҡарап, ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙан баш тартыр­һығыҙ. Сәфәргә әҙерләнгәндәр ҙә уны кисектерергә мәжбүр булыр. Шаршамбыла кемдер һеҙгә күптәнге үпкәһен белдерер кеүек.


Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна ҡыйынлыҡтарһыҙ булмаҫҡа оҡ­шай. Ҡайһы ваҡыт яҡшы белгән кешеләр менән дә уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Шаршамбы һәйбәт яңылыҡтар килтерер, моғайын. Аҡса йәки бүләк алыуығыҙ бик ихтимал. Башҡа көндәр тыныс һәм файҙалы үтер.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр бер-бер артлы тыуып торор. Уларҙың күбеһен бойомға ашыра алмаһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Был аҙнала һеҙҙе өмөтлө танышыуҙар ҙа көтә. Йондоҙҙар тәнҡит һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша.


Читайте нас: