Уны һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты, Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” урындағы бүлексәһе активистары ойошторҙо. Ярыштарҙа ауыл биләмәләренән 150-нән ашыу кеше ҡатнашты, шулай уҡ күрше райондарҙан да балыҡсылар килгәйне. Бөтәһе 15 команда йыйылып, ярыштар бер турҙа үткәрелде һәм өс сәғәт дауам итте. Һөҙөмтәләр тотолған балыҡты үлсәгәндән һуң иғлан ителде.
Балыҡ тотоу – ир-егеттәр шөғөлө тип һаналһа ла, һуңғы йылдарҙа гүзәл зат вәкилдәре лә ярыштарҙа ихлас ҡатнаша. ДОСААФ бүлексәһе һәм “Рәжәпов” шәхси предприятиеһы балыҡсылар өсөн ялан кухняһы ойошторҙо.
Быйыл да, былтырғы кеүек, уңыш Александр Захаровҡа йылмайҙы, ул шәхси беренселектә еңеүсе тип табылды. Андрей Кулешов – икенсе, Александр Худяков өсөнсө урынды алды. Дөйөм иҫәптә Өфө районының “Фишбейт” командаһына тиңдәр булманы. “Раевсахар” йәмғиәте – икенсе, шишмәләр өсөнсө урынға сыҡты.
Бөтә призерҙарға кубоктар, миҙалдар, шулай уҡ йыл һайын бындай ярыштарға финанс ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарыбыҙҙан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ойоштороусылар өҫтәмә номинациялар ҙа булдырҙы. Иң өлкән ҡатнашыусы Зөфәр Мөхитов, иң йәш балыҡсы тип Закир Вәлиев танылды. Иң тәүге балыҡты тотҡан Валерий Жуковский, иң эре балыҡ эләктергән Андрей Павлов билдәләп үтелде. Иң бәләкәй балыҡ тотҡан Виталий Костров иң тиҙ быраулаусы номинацияһына ла лайыҡ булды.
Бынан тыш, ойоштороусылар ярыштарҙа ҡатнашҡан Дамира Ғәлиуллина менән Марина Масличты ла бүләкһеҙ ҡалдырманы.
спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе.