Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
10 Ғинуар 2019, 17:44

Уймаҡ хикәйәләр (Сабир Шәрипов)

– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.

Ҡайҙа бараһың?
Малай сағында бер танышым атын егә лә, ваҡ-төйәге менән оло ғына ҡатынды тейәп, юлға сыға. Эре генә килә теге ханым арбала! Ауыл урамынан уҙғанда гәп һатып ултырған әхирәттәре һүҙ ҡуша:
- Ҡайҙа юлландың көн ҡаҙағында?
- Кейәүгә китеп барам әле... – тигән була ханым.
– Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, – ти быға береһе.
– Тиҙерәк әйлән кейәүеңдән, йомош бар ине үҙеңдә, – ти икенсеһе.
– Әллә... – ти ҡатын.
Баҡһаң, ҡатынҡайҙың, ат ектереп, күрше ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүенә түгел, уларҙан арыраҡ ятҡан ауылға – үҙен һоратҡан иргә китеп барышы икән.

Судҡа бирәм!

Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы.

– Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде.

– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.

– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.

Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине.

Фото: Яндекс

Читайте нас: