Горбачевтың эскелеккә ҡаршы яу асҡан мәле. Ә беҙ йәмәғәтселек, партия ағзалары үҙ сиратыбыҙҙа теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, генераль секретарь оран һалып бойорғас, һөжүмгә күтәрелмәй хәлебеҙ юҡ. Милиция начальнигы менән кабинетымда әңгәмә ҡороп ултыра инек туҙыныуҙанмы, әллә һуғышыуҙанмы сәс-башы ялбыраған тәбәнәк буйлы Гөлбикә еңгә йомро ҡаластай тәгәрәп килеп инде лә ауыҙына медицина бирсәткәһе кейҙерелгән өс литрлыҡ банканы алдыбыҙға тыпылдатты:
– Нәһерҙе ҡоротто, сәсемде ағартты, нервыларымды ашап бөтөрҙө, сараһын күр, ҡәйнеш, ағайың нисәнсе көн бал әсетеп эсеп тик ята!
Милиция халҡына шул ғына кәрәк тә инде, начальник миңә етди итеп ҡараны:
– Хәҙер күрше ауылға барам. Был нәмәне сейфыңа бикләп ҡуй, ҡайтышлай һуғылып үҙем менән алырмын. Экспертиза үткәргәндән һуң барыһы ла асыҡланыр!
Бер аҙҙан, милиция начальнигы сығып киткәс ишектә Гөлбикәнең ире Ғималетдин үҙе күренде. Ысынлап та, йөҙө шешмәкләнгән, күҙҙәре ҡыҙарған. Инде лә баҙнатһыҙ ҡыймылдап ситке ултырғысҡа һаҡҡас , башын ҡуш усланы:
– Нишләйбеҙ, мырҙа, башты Себергә ебәрә бит был ен бисә?!
– Ҡурҡма, һөргөндә һөрһөмәҫһең, иллә башҡаларға һабаҡ булһын өсөн төрмәгә ултыртып алыуҙары, йә мул ғына итеп штраф сәпәүҙәре бар.
Әйткәндәремдең аҙаҡҡылары ғына бының тарҡау зиһенен ҡымырйытты булһа кәрәк, оҙаҡ, айнымай эсеүҙән таушалған йөҙҙә хафаланыу билдәләре сағылды:
– Өйҙәге аҡса ай башында уҡ тиненә саҡлы бүленгән, ыштыраф тигәнең ҙурмы?
– Һинең бер айлыҡ эш хаҡың самаһында. Эскән килеш бисәңә ҡул күтәргән осраҡта тағы икене өҫтәйҙәр. Йәмғеһе өсәү була. Сараһыҙҙың көнөнән, зарураттан шул арауыҡта билеңде биштән быуып ураҙа тоторһоң инде, ағай, эсеүҙе генә түгел, әҙәмсә тәғәмләнеүҙе лә онотоп торорға тура килер.
– Ыштыраф тигән нимәне бер юлы таптырырҙар микән?
– Кисекмәҫтән күмәртәләп талап итерҙәр, шуға һуғымға инселәгән малыңды мөгөҙөнән етәкләп совхозға иткә илтерһең. Контрактация осоронда малын тапшырырға теләүселәр ғәҙәттә байтаҡ йыйыла торған, ярҙам итермен, ни тиһәң дә сыбыҡ осо туғанһың да бит әле.
Өрәйен алдым, шаңҡыттым Ғималетдинде, былай ҙа ҡураныс, йоҡа кәүҙә ҡорҙай ғына булып бөршәйеп ҡалды.
Шымтайыштыҡ. Бер аҙҙан быға йән кергәндәй итте, көрәктәй ус тубыҡҡа шапылданы:
– Һин әйткән нимә ғаилә бөджөтынан, беҙҙең кеҫәнән сыға түгелме? Билдәле, бер кемдә лә әндрәй ҡаҙнаһы юҡ! Шул хаҡта уйланымы икән сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа бисура?
– Был миңә түгел, еңгәгә бирелә торған урынлы һорау.
– Тағы өҫтәп нимә ҡылырҙар икән?
– Гәзиткә яҙып район шаулатырҙар. Етәксе булараҡ, миңә лә эләгер.
– Ана шуныһынан оялам, ғәрләнәм. Өйләнгән ике улым, бер ҡыҙым барлыҡты тегендә төпсөнөп төбөнә төшмәҫтәр. Институттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән төпсөгөмдө киләһе йомала әйттерергә киләләр. Һөйләшелгән-килешелгән. Ҡоҙа булаһы кешеләр минең хаҡта нимә уйларҙар инде ошонан аҙаҡ? Дасадны!
– Нимә уйларҙары билдәле, тотанаҡһыҙлығыңды уҡып белһәләр ҙә күҙеңә бәреп әйтмәҫтәр, бары айырым фекер төйнәп күңелдәренә һалып ҡуйырҙар.
– Зитыма тейеп ултырма, мырҙа, йәме, һин йүргәктә ятҡан саҡта мин достоин ир инем.
– Бөгөн достоинһыңмы һуң?
– Бер аҙна туғарылып алдым. Уның ҡарауы башҡа ваҡытта йүгереп йөрөлә, тракторым боҙолмай, һәр саҡ төҙөк, эшкә ҡара таңдан сығам, эңер төшкәс кенә ҡайтып йығылам. Райондан бирелгән Почет грамоталарын, рәхмәт хаттарын әпкиләм, ышанмаһаң.
– Уны миңә түгел милиция начальнигына, район прокурорына күрһәтерһең, бәлки хөкөм сығарғанда ташлама яһарҙар.
– Эйе, улар һине аңланы ти аңламай ҙа. Бына һин үҙебеҙҙең кеше, атайың мәрхүмгә оҡшап мәрхәмәтлеһең.
– Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыраһыңмы?
– Шыпа ла арттырмайым, ызнамы шәп егетһең!
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ниндәй аныҡ йомош артынан сабыулайһың?
– Теге банка ҡайҙа икән?
– Милиция начальнигы үҙе менән алды. Ҡызлауы бөтөп бирсәткә һулығас бал өлгөрөп еткән, әсегән, экспертиза үткәреү ваҡытты оҙаҡ алмаҫ, тигәндәй ҙә булды һүҙ араһында. Аҙна аҙағында килеп алырҙар.
– Кемде?..
– Кемде булһын, һине инде.
– Пагаҙи, ҡусты, кеше йөрөткәнсе, әҙәм күҙенән ҡасып-боҫоп үҙем дә бара алам да инде районға...
– Районға түгел – төрмәгә! Шул тиклем дә бер ҡатлы булырһың икән, ағай, замана тәртиптәрен белеп еткермәйһең. Һине алырға тулы составта милиция нарядын ултыртып рәшәткәле машина ебәрәсәктәр, еңгәне ҡаҡҡан-һуҡҡан кеше булараҡ ҡулыңа бығау һалыуҙары ла бик ихтимал. Совет закондарына ҡаршы сығып эсеп кенә ятмағанһың, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс менән янағанһың. Ә һин башта мин тумбытҡан төрмә һүҙенә иғтибар ҙа итмәгән булаһың. – Алдымда ятҡан “Һайлауҙар тураһындағы закон” брошюраһының биттәрен асҡыланым. – Был енәйәт кодексының нисәнсе статьяһы әле?.. Ә бына был пункт, таптым… Әгәр тән йәрәхәттәре һалынһа, һыҙырылған ерҙәр табылһа, күгәргән таптың ҡан һауыу төҫө асыҡланһа ҡаты режим менән 10 йыл… Еңгәнең сәләмәтлеге әлеге көндә сыҙарлыҡтыр? Былай ҡарап тороуға бирешмәгәнгә оҡшаған.
– Суртым булһынмы уға! Асыуым килгәс елтерәтеп кенә ебәргәйнем, бер ергә ҡағылманы ла, һуғылманы ла…
– Шулай уҡмы?
– Әпәкәй менән ант итәм, ҡаҙ мамығынан эшләнгән яҫтыҡтар ятҡан йомшаҡ диванға барып тәгәрәне!
– Тимәк, был һинең файҙаға… Әһә, бынау ерҙә ул хаҡта былай тип яҙғандар… Бисәң ҡазаланмаған осраҡта күп түгел, дөйөм хеҙмәт колонияһында биш йыл ғына ултырырһың, ағай, ул ни күҙ асып йомған арала үтә лә китә инде. Эшеңде әүҙем ҡарап, судты тиҙерәк үткәрһәләр, тегендә бындағы һымаҡ тырышып эшләһәң, дәүләт закондарын еренә еткереп үтәһәң, иртәрәк тә сығарырҙар, бәлки.
– Нисек би… биш?!
– Бына уҡы, аҡҡа ҡара менән шулай тип яҙылған.
Ғималетдин ҡул һырты менән йәшкәҙәгән күҙҙәрен ыуҙы:
– Ҡайһылайтып уҡымаҡ, үҙем менән күҙлекте килтермәгәнмен. –Инәлеп ҡараны. – Әллә милитсиә менән ирҙәрсә, килештереп үҙең һөйләшеп ҡарайһыңмы? Беләм, ишетеп йөрөйөм, районда һүҙең үтемле. Баҫырып ҡалдырайыҡ был эште, мырҙа, ғүмерем буйы бурыслы булырмын, тәүбәгә киләм, ант итәм. Әйтеп торам бит, ҡоҙалар көтәбеҙ, йортобоҙға туған-тыумасаны йыябыҙ.
– Ни әмәл ҡылмаҡ, батаны һинһеҙ генә уҡытырҙар.
– Нисек минһеҙ? Берҙән-бер ҡыҙым, төпсөгөмә киләләр. Миңә ундай изге ғәмәл башҡаса тәтемәй, аңлайһыңмы шуны?!
– Аңлайым да бит.
– Аңлаһаң ҡотҡар, эт ашамаҫ харам ит түгелмен. Минең дә ярҙамым тейер, бер һуҡмаҡтан йөрөйбөҙ, бер инештең һыуын һыулайбыҙ.
– Бөгөндән бал әсетмәҫкә, тәмләп ҡарамаҫҡа булып киттең инде? Бүктеңме, әллә бүктерҙеләрме?
– Икмәк өҫтө, инде ауыҙыма ла алмайым!
– Шул һүҙҙәреңде ошо ҡағыҙға теркәп ҡуй әле.
Ҡатҡан бармаҡтары араһына авторучканы ипһеҙ ҡыҫтырып, маңлайын сирылдырып оҙаҡ мөштөрҙәне Ғималетдин. Мәшәҡәтен ослағас шырт баҫҡан сикәләрен ҡул һырты менән ыуҙы. – Был ижад тигән нимә менән булашҡансы трактор баранкаһын борғослауың мең артыҡ.
– Нимә тип яҙҙың инде?
– Бынан бүтән эсмәҫкә тырышырмын, тинем.
– Тырышып та килеп сыҡмаһа?
– Сыҙармын.
– Балды ҡайһылайыраҡ итеп әсетеүеңде лә теркәнеңме? Тәжрибә менән уртаҡлашыу ҙа кәрәк бит.
– Шәкәр ҡомона ҡытлыҡ бит бөгөн, шуға сөгөлдөргә ҡалды көн. Ул хаҡта сурытыу килешмәҫ.
– Хәҙер ошо ҡултамғалы тәүбә-хатыңды мөһим ҡағыҙҙар араһына һалып ҡуям. Әгәр бынан бүтән еңгәнең сәсен ялбыратып ауыл Советы һуҡмағын тапатһаң, урынлы-урынһыҙға кәмһетһәң, йәберләһәң минән яҡшылыҡ һәм аяу көтмә, ишетһен ҡолағың!
– Уға бығаса бармаҡ менән дә ҡағылманым, үҙе сыпраңлаҡ фиғелле бит. Бөгөн иртән малды көтөүгә ҡыуғас әпәт осоп-ҡунып ҡултыҡ аҫтына килде лә инде, аптыраған көндән бөгәләкләгән алаша ише тыбызыҡлағайным, өлгөргән генә балымды ҡосаҡлап һинең яҡҡа сыҡты ла йүгерҙе, итәгенән эләктереп өлгөрә алмай өйәҙәп ятып ҡалдым.
Сейфтан теге банканы сығарҙым:
– Ағай, ҡайт та әсегән бал урынына кеүәҫ тултырып килтер. Ошоноң һымаҡ итеп икмәк һыныҡтарын да төшөрөргә онотма!
– Ә балды… ништәтергә?
– Түгергә!
– Түгергә?! Тотошлайы менәнме?
– Түңкәргәнсе!
– Һе… – Ғималетдин икеләнгәндәй итеп һалпыш мыйыҡ остарына ҡағылды. – Хәләл ризыҡты улайтып сәс-баш итеү килешмәҫ, гонаһ был, ҡул бармай.
– Хәләл, тинеңме?
– Барыбер хеҙмәт һалдым, тамшанып көтөп йөрөнөм. Аппарат аша ҡыуылған көмөшкә түгел бит, әсеткенән әтмәләнгән зыянһыҙ бал!
– Улайһа, зыянһыҙ эсемлегеңде районға алып китерҙәр, шунан күрерһең был шөғөлөңдөң нимә менән барып бөткәнен.
– Юҡ, бир, лутсы үҙем… – Ағайым банкаһын пинжәгенең сабыуы менән боҫормалап ишек яғына ыңғайланы.
Бер аҙнанан ысынлап та ауылыбыҙҙың урта төшөнә ҡоҙа килеп төштө. Ҡунаҡтарҙы урамда осраттым. Ғималетдин ағайым бөхтә итеп кейенгән, үҙе айыҡтың айығы ине. Аҙаҡтан да әйткән һүҙендә ныҡ торҙо, күҙгә салынып эсеп йөрөмәне.
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.