Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
24 Декабрь 2018, 16:54

Яңы йыл табынына

Төрлө салаттар һәм ҡабымлыҡтар күберәк булған һайын, киләһе йыл хужабикәһенә нығыраҡ ярарһығыҙ.

“Төн” салаты

Бының өсөн 5 бешкән йомортҡа, 200 г ыҫланған тауыҡ ите, 200 г маринадланған бәшмәк, 100-150 г сыр, йәшел тәмләткестәр, майонез йәки ҡаймаҡ алына.

Йомортҡаны ағын һарыһынан айырып, уларҙы айырым ҡырғыста ыуырға. Ит һәм бәшмәкте ваҡлап турарға. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан сығарырға. Һәр ҡатламды: ит, бәшмәк, йомортҡа ағы, сыр, йомортҡа һарыһын майонез йәки ҡаймаҡ менән буяп һалырға. Йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә.

Туҡлыҡлы салат

1 банка консерваланған фасоль (томатта булмаһын), 2 помидор, 50-шәр грамм ыҫланған колбаса һәм сыр, петрушка, майонез алына.

Колбасаны - һаламлап, помидорҙы – шаҡмаҡлап турарға, сырҙы ҡырғыстан үткәрергә, петрушканы ваҡлап турарға һәм майонез өҫтәп бутарға.

Бауыр рулеттары

200 г тауыҡ бауырын, һуған, һарымһаҡты ит турағыс аша сығарырға, 1 йомортҡа, тоҙ, ҡаймаҡ, он өҫтәп, яҡшылап бутарға. Ҡоймаҡ бешерергә.

Эслеген әҙерләү: һарымһаҡты, теләһә ниндәй йәшел тәмләткесте ваҡларға, ҡаймаҡ ҡушырға һәм тоҙ-борос һалырға. Сырҙы һәм кишерҙе ҡырғыстан сығарырға.

Һәр ҡоймаҡты йәшел тәмләткесле ҡаймаҡ менән буярға, өҫтөнә сыр һәм кишер һибергә, рулет итеп төрөргә. Һыуытҡысҡа ҡуйып 2 сәғәт тоторға.

Сөгөлдөрҙән “Генерал” салаты

200 г бешкән ит, 4 бешкән йомортҡа, һәм уртаса ҙурлыҡтағы икешәр сөгөлдөр һәм кишер, 100 г ҡаты сыр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, майонез кәрәк.

Итте ваҡ итеп турарға, ваҡланған һарымһаҡ һәм бер аҙ майонез ҡушып бутарға. Ҡалған ингредиенттарҙы эре ҡырғыста ҡырырға. Ҡатлам итеп һалырға: ит, сыр, йомортҡа, кишер, сөгөлдөр, һәр ҡатламды майонез менән буярға. Йәшел тәмләткестәр менән биҙәп, һыуытҡысҡа ҡуйырға.


Читайте нас: