Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
14 Сентябрь 2018, 13:05

Ит бәләһе (Юмореска).

Китте бит заманалар, кемде күр­гең, кем менән ос­раш­ҡың, һөй­ләшкең килә — баҙарға сыҡ.

Мин дә уҙ­ған йәкшәмбелә шунда йөрөп килергә булдым. Ҡа­раным, һораштым. Ал­ма­һам да, тотоп ҡараған булдым. Шул ваҡытта күрше ауылда йәшәгән Кәтибә әхи­рәтемде осраттым. Хәл-әхүәл, донъя, тормош тура­һында һөйләшеп киттек.

— Хәҙер пенсияға сыҡтым инде, — ти әхирәтем.

— Эш күп инде ул өйҙә торған кешенең, — тинем, әңгәмәне дауам итергә теләп.

— Юҡ-юҡ, әллә ниндәй баштан ашҡан эшем юҡ, теге үгеҙҙе генә һимертеп ятам, — ти был, ҡулын һел­тәй-һелтәй. — Һыйырҙы бөтөр­ҙөк, кәзә бар, шуның һөтө лә етә...

Шулай башҡа әллә нимә тура­һында һөйләшеп, һүҙ ҡуйыртып тормай, ҡайтыр яҡҡа ашыҡтым.

Көн артынан көн үтте. Көҙ ҙә килде, тиҙҙән ҡыш етә­сәген аңлатҡан­дай, кистәрен туңдырып, аҙ-маҙ ҡар ҙа яуғылап ала. Кешеләр ҡош-ҡортон һуйып, өмә­гә әҙерләнә. Беҙ ҙә яҙын алып үҫтергән ҡаҙ-өй­рәктәрҙең эшен тамамлап, туңдырғысҡа һалып ҡуй­ҙыҡ.

— Берәй таныш-белештән тана йә иһә үгеҙ итен һатып ал­ғанда һәй­бәт булыр ине, — ти бер көн ирем. Шул ваҡыт Кәти­бә­нең үгеҙ һимертеп ятам тигән һүҙе иҫемә килеп төштө. Телефондан бер-ике тапҡыр шылтыратып ҡараһам да, алмағас, үҙе­беҙ барып, донъяларын күреп ҡайтайыҡ тип еңел ма­ши­на­быҙға ултырып сығып киттек.

Ете-һигеҙ саҡрым йыраҡлыҡтағы ауылға бик тиҙ барып еттек. Индек. Бер-беребеҙҙе күреүгә һөйөнөш­төк. Шул арала табын ҡоролдо, йомарт күңелле хужа­бикәнең сәйе лә ҡайнап сыҡты. Бала-саға тура­һында һорашып, бер аҙ көлөшөп, һөйләшеп алғас, йомошобоҙҙо әйтергә булдыҡ.

— Килеүебеҙҙең сәбәбе шул: ҡаҙ-өйрәктәр янына аҙыраҡ һыйыр ите лә кәрәк ине, — тип һүҙ башланым. Әхирәтемдең ире аптырап китте:

— Беҙҙә бит һуғымға эре мал юҡ.

— Нисек юҡ? Ҡатының бит теге ваҡытта баҙарҙа осрашҡанда үгеҙ һимертеп ятам тигәйне, — тип әйт­кәнемә аҙаҡ үҙем үкендем-үкенеүен, тик...

Хужаның күҙҙәренә үгеҙҙеке кеүек ҡан һауҙы. Алғы аяҡтары менән ерҙе тырнағандай, өҫтәлдәге ризыҡ менән тулы ашъяу­лыҡ­ты иҙәнгә тартып төшөрҙө лә, мөгөҙө менән ҡойманы кү­тәр­гән үгеҙҙәй, өҫтәлде әй­ләндереп атып бәрҙе. Хатта йорттары­нан нисек сығып ҡасҡаныбыҙҙы асыҡ ҡына хәтерләмәйем дә.

Һуңынан ғына аңланыҡ, Кәтибә бер ҡайҙа ла эш­ләмәйенсә өйҙә ашап-эсеп ятҡан ире тураһында әйткән булған икән...


Таһир ВИЛДАНОВ.

Ҡырмыҫҡалы районы,

Һаҡай ауылы.



Читайте нас: