Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңелле үтһен ялығыҙ
7 Сентябрь 2018, 17:51

Ҡамыр эсендә алма

Дүрт порция өсөн дүрт алма, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы корица онтағы, ике стакан үҫемлек майы, 20 грамм мүк еләге кәрәк.

Ҡамыр өсөн: ике стакан һыра, 350 грамм он, ике аш ҡалағы зәйтүн майы, ике йомортҡаның ағы, бер аш ҡалағы шәкәр, тәменсә тоҙ.

Һыра, он, тоҙ, зәйтүн майын, шәкәрҙе бергә ҡушып болғайбыҙ, йомортҡа ағын туғып, бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.

Алмаларҙы ҡабығынан таҙалайбыҙ, үҙәген алабыҙ, бер сантиметр ҡалынлы­ғында түңәрәкләп киҫәбеҙ ҙә, ҡамырға манып, ҡайнап торған майҙа алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булғас, үтәләк менән һоҫоп алып, артыҡ майын һарҡытабыҙ.

Табынға бирер алдынан өҫтөнә шә­кәр, корица һибәбеҙ ҙә мүк еләге менән биҙәйбеҙ.
Читайте нас: