Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
17 Август 2020, 15:00

Мәсет һуҡмағына туҙан төшмәй

Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйетенә Раевка мәсете манараһын яңы ярым ай биҙәне.

Район үҙәгендәге иман йортон үҙгәртеп ҡороу тураһында беҙ бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Дүрт йылдар тирәһе элек эш яңы төкәтмә төҙөүҙән башланғайны, был намаҙ уҡыу залдарын киңәйтеү мөмкинлеге бирҙе, артабан тулыһынса ремонт яһалып, йылылыҡ системалары алыштырылды. Мәсет тышҡы яҡтан да күркәмләнде. Төп бинаның түбәһе алмаштырылды, манараһы яңыртылды, көмбәҙҙәр урынлаштырылды, алғы яҡ стеналары аҡһыл панель менән тышланды. Быларҙың барыһы ла мәхәлләгә йөрөүсе кешеләрҙең, мәрхәмәтле диндар әлшәйҙәрҙең, үҙ тамырҙарын онотмаған яҡташтарының аҡсалата ярҙамы менән эшләнде.

- Эшҡыуарҙар Руслан Ахунов, Ринат Зарипов, Нияз Алтынғужин һәм башҡа бик күптәр мәсеткә ҙур ярҙам күрһәтә. Ә изге байрам алдынан ҡуйылған матур ярым ай - «Агро МТС» йәмғиәте директоры Йәүҙәт Сафиндың бүләге. Барығыҙға ла рәхмәт, һеҙҙең эскерһеҙлегегеҙ һәм йомартлығығыҙ сәләмәтлек, уңыш һәм именлек менән бүләкләнһен, ҡылған изгелектәрегеҙҙе Хоҙай ҡабул итһен, – тип ихлас теләктәрен еткерҙе райондың имам-мөхтәсибе, Раевка мәсете имам-хатибы Илшат-хәҙрәт.

Быйыл йәй пандемия шарттарында мосолмандарҙың төп тантаналары мәсеттә халыҡ ҡатнашлығынан башҡа үтте, тәмле һый - былау ҙа бешерелмәне. Өлкәндәр генә түгел, сабыйҙар ҙа теләп йөрөгән ислам нигеҙҙәре һәм ғәрәп теле дәрестәре нигеҙҙәренең дә ҡасан башланасағы билдәһеҙ. Әлегә йома намаҙҙары, әлбтиттә, эпидемиологтар һәм табиптарҙың кәңәштәрен күҙәтеп, никах, исем ҡушыу тантаналары үткәрелә, изге Ҡөрьән сүрәләрен тыңларға, шатлыҡ, ҡайғылары менән уртаҡлашырға, хәйер һалырға килеүсе дин ҡәрҙәштәребеҙ мәсет һуҡмағына туҙан төшөрмәй. Тормош дауам итә.

Читайте нас: