Һәм бына барыбыҙ ҙа оҙаҡ көтөп алған ваҡиға булды. Йәйге йылыһын мул бүләк иткән ҡояш та, Раевка ауылының Свято-Никольский ғибәҙәтханаһы көмбәҙҙәрен һәм тәреләрен изгеләндереп күтәреү уңайынан, байрамға килгән халыҡ менән бергә һөйөнәҙер кеүек ине.
Байрам уңайынан ғибәҙәт ҡылыуҙы Салауат епархияһы управляющийы, Салауат һәм Кумертау ҡалалары епискобы Николай алып барҙы. Хәүефһеҙлек саралары күрелеүгә - социаль дистанцияны күҙәтеүгә, битлектәр, бирсәткәләр кейеүгә ҡарамаҫтан, диндарҙар рухани менән бергә ғибәҙәт ҡылыуҙан бик ҡәнәғәт калды һәм көмбәҙе, тәреләре изгеләндерелгән сиркәүҙә һәм мәхәллә территорияһында барған ваҡиғанан тулы ләззәт алды.
Ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында архиерей Николай килеп тыуған эпидемиологик хәлдә үҙҙәренең һәм тирә-яҡтағыларҙың сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарарға кәрәклеге тураһында бер нисә тапҡыр иҫкә төшөрөп, диндарҙарға ышаныс, өмет һәм мәхәббәт хаҡына изге теләктәр менән мөрәжәғәт итте. Артабан сиркәү эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға Салауат епархияһының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Раевка ауыл Советы хакимиәте башлығы Михаил Тимасов мәхәлләгә килеүселәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Эшҡыуар Нина Лебедева ла сарала ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Был көндө сарала ҡатнашыусыларҙы ысын-ысынлап шатлыҡ хистәре биләп алды, барыһы ла күптән көтөлгән ваҡиғаның тормошҡа ашырылыуы менән бәхетле ине!
«Забава» халыҡ ансамбле, район мәҙәниәт һарайы артистары Татьяна Жукова, Маргарита Гурьянова байрамға йыйылыусыларҙы концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө.
... Был изге көн аҙағына яҡынлашты. Барыһы ла ҡояш нурҙарында балҡыған алтын көмбәҙҙәрҙән күҙҙәрен ала алманы, йөрәктән-йөрәккә күскән ошо сихри матурлыҡҡа һоҡланды.
Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм именлек, сәләмәтлек теләйем!
Елена МОРОЗОВА,
Раевка округы руханийы ярҙамсыһы, Свято-Никольский ғибәҙәтханаһына йөрөүсе.