Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
31 Июль 2020, 11:00

Изге Ҡорбан байрамы менән!

Хөрмәтле әлшәйҙәр! Һеҙҙе мосолман донъяһының иң изге байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Изге ғәмәлдәр, ҡорбан салыу һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу диндарҙарҙың күңелен таҙарта һәм был байрамға үҙенсәлекле мәғәнә бирә. Ул шәфҡәтлелек, изгелек һәм кешеләргә мәхәббәт кеүек юғары әхлаҡ нигеҙҙәрен кәүҙәләндерә.

Изге Ҡорбан байрамы һеҙгә барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыш килтерһен, һәр кемдең йөрәген шатлыҡ һәм тыныслыҡ менән тулыландырһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө һәм күңел тыныслығы теләйем!

Читайте нас: