Быйыл ул ғәҙәти булмаған шарттарҙа үтә. Был уңайҙан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Диниә назараты етәкселеге диндарҙарға мөрәжәғәт итте. Унда мөьминдәргә түбәндәге кәңәштәр бирелә.
Ғәйет намаҙына һәм дини йоланы үтәү, ҡорбан салыу майҙандарына килеүселәр ошо кәңәштәрҙе иҫтә тотһон ине:
битлек режимын һаҡлау;
ҡулдарҙы эшкәртеүсе махсус шыйыҡса һәм шәхси намаҙлыҡ алып килеү;
ҡул бирешеп күрешеүҙән тыйылыу, аралашҡанда социаль дистанция һаҡлау;
Ҡорбан байрамы уңайынан табын йыйыуҙан тыйылыу;
хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға, йәғни 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник ауырыуҙары булғандарға йәмәғәт урындарына барыуҙан тыйылырға кәңәш ителә.