Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
23 Май 2020, 12:00

Ураҙа емештәре мул уңыш бирһен!

Эй, мосолман донъяһы,Көмөш тауышлы аҙан.Эй, мосолман донъяһы,Хуш, хәйерле Рамаҙан!..

Сауап-бәрәкәтте күпләп алыу мөмкин­леген биргән, мәрхәмәт-шәфҡәткә, күркәм ғә­мәл­дәргә бай изге айыбыҙ тамамлана. Уны оло һағыш, моңһоулыҡ менән оҙатабыҙ.
Рамаҙан мәктәбен үтеп, ай буйы ураҙа тотҡан, ғибәҙәттә бул­ған мосолмандың тормошо артабан ниндәйерәк үҙгә­реш­тәргә дусар ителә? Ураҙала алған һабаҡты һәр кем дөрөҫ файҙаланамы?

Эйе, диндарҙар әйте­үенсә, был мәлде уҡыусыларҙың мәк­тәп­те тамамлауы менән сағыш­тырырға мөмкин. Ураҙала ал­ған һабаҡ шул килеш ҡалырға тейеш түгел, уны ғәмәлдә фай­ҙалана башлау, белемде артабан камиллаштырыу, юғары­раҡ үрҙәргә ынтылыу мөһим.

Мәҫәлән, Рамаҙанда мосолмандар мәсеткә күмәкләшеп йыш йөрөй. (Быйыл, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ундай мөмкин­лек булманы). Ир-аттың ошолай тупланыуы, бергәләп фекер алышып, кә­ңәшләшеп, уртаҡ маҡсаттар ҡороп йәшәүе Исламда юғары ба­һалана. Был ғәмәл ураҙа айында ғына түгел, һәр саҡ башҡа­рылырға тейеш. Ир-уҙамандары бергә бул­ған халыҡтың иртәгәһе ышаныслы, ундай өммәттең тамыры ныҡлы.

Рамаҙан дауамында мосолман тәрәүих намаҙҙары уҡый, ҡояш сыҡмаҫ борон сәхәр эсә, һуңғы ун төндә ғибәҙәт ҡы­лыуға айырыуса ҙур урын би­рә. Ошолай өйрән­һә, уға артабан да йоҡоно ҡалдырыу, ир­тә уяныу йәһәтенән ауырлыҡ булмаясаҡ. “Таңдағы доғалар­ҙы фәрештәләр тыңлай”, тиҙәр. Иртә торғандың юлы уңа, тормошона ҡот-бәрәкәт өҫтәлә. Йоҡоһона баш була алмаған­дан, ваҡытын бушҡа уҙғар­ғандан иһә ырыҫ ҡаса.

Изге айҙа күптәр Ҡөрьән аяттарын ятлап ала. Был ғә­мәл, әлбит­тә, ураҙанан һуң туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Мосол­мандың һәр көнө – ал­ға ынтылыу. Булған белем менән ҡәнәғәт ҡалыуҙың, үҫе­шергә тырыш­мауҙың артҡа тәгәрәүгә кил­тереүе ихтимал. “Ғи­лемде бишектән алып гүргә ингән­се өйрән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Динебеҙҙә белем тормоштоң асҡысы, яҡшы, мул, имен йәшәү нигеҙе тип тәҡрарлана.

Ураҙала әҙәм балаһы ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Бы­ның, мәғлүм ки, файҙаһы бихисап. Асығып, әҙәм балаһы организмын таҙарта. Шул уҡ ваҡытта эҫе көн­дәрҙә лә бер йотом һыуһыҙ йөрөү ихтыяр көсөн нығыта, сыҙамлыҡҡа, ныҡыш­маллыҡҡа өйрәтә. Бындай хәлдә әҙәм ба­лаһы ризыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башлай, сирлеләргә, мохтаждарға ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәте арта. Өҫтәүенә асы­ғып өйрәнгән кеше төрлө ҡат­марлы ваҡиға­ларҙа, мәҫәлән, ҡара урманда аҙашҡанда баҙап ҡалмаясаҡ, үҙ юлын табасаҡ. Ризыҡһыҙ тора алмаған, сабыр итә белмәгән ихтыярһыҙ әҙәм­дең иһә бындай һынауҙарҙы үтә алмауы ихтимал.

Ғөмүмән, ашау-эсеүҙән ты­йы­лыуҙың һабаҡтары бихисап. Әҙәм балаһы уларҙы арта­банғы тормошона нигеҙ итеп алып, туҡтауһыҙ хаҡ юлға ынтылып йәшәргә тейеш. Әгәр ҙә ки дөрөҫ ғәмәлдәргә ураҙа тамамланыу менән “нөктә ҡу­йыла” икән, Аллаһ Тәғәлә Рама­ҙанда ҡылғандарҙы ҡабул итерме? Артабан фарыз ғибәҙәт­тәрҙән тайпылған кеше изге айҙа “күҙ буяп” йөрөгән кеүек килеп сыҡмаймы?

Бәғзеләр, мәҫәлән, ураҙа та­мамланғас, мәсеткә юлды “оно­та”. Икенселәр доға уҡы­май, хәйер бирмәй, мәрхәмәтһеҙлек күрһәтә, ғәй­бәт һүҙ йөрөтә, саманан тыш күп ашай башлай. Бындай кеше­нең ураҙала асығып йөрөгәненән ни фәтүә? Төҙөй башлағанды үҙ ҡулдарың менән емереү был, икеләтә гонаһҡа батыу. “Иләп бөткән ебен кире тағатҡан ҡатын һымаҡ булмағыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.

Ураҙа айы – ҙур мәктәп. Әҙәм балаһы унан һабаҡ алып, һы­ғымта яһап, тормошта яңы баҫ­ҡысҡа күтәрелергә тейеш. Рама­ҙан емештәрен башҡа бөтөн айҙарға сәсеү, таратыу – һәр мосолмандың изге бурысы. Был ғәмәл тормошто тағы ла нурландырыу, кеше­ләр араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙе яҡшыртыу, ғүмер­ҙең асылын тәрәнерәк аңлап, гелән дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа, именлеккә ынтылып, изгелек өләшеп йәшәү маҡсатын нығы­тасаҡ.
Фото: интернет селтәренән алынды
Читайте нас: