Хатта кемдер берәй сәбәп менән ураҙа тотмаһа ла (мәҫәлән, ҡарт йә ауырыу булһа), уға ла барыбер фитыр саҙаҡаһы биреү тейешле. Әгәр кемдер бүтән кеше өсөн саҙаҡа бирергә уйлаһа, ул был турала ул кешегә мотлаҡ белгертергә һәм уның рөхсәте менән бирергә тейеш. Сөнки был – ғибәҙәт, ә ғибәҙәт өсөн ниәт мөһим (йәғни, ул кешенең саҙаҡа бирергә ниәте булмаған булһа, уның өсөн бирелгән саҙаҡаның файҙаһы булмаясаҡ).
Әгәр ҙә кемдеңдер фытыр саҙаҡаһы бирергә мөмкинлеге юҡ икән, тимәк, уға был фарыз булмай, һәм ул был саҙаҡа өсөн ҡайҙандыр бурысҡа аҡса йә ризыҡ алырға тейеш түгел. “Аллаһ йәнгә мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне йөкләмәй”, - тиелгән Ҡөрьәндә.