Хәҙис һәм риүәйәттәрҙә был кис рамаҙан айының һуңғы ун тәүлегенең таҡ төндәренә тура килеүе мөмкин, тип әйтелә һәм Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә шулай тигән: "Ҡәҙер кисен һуңғы ун төндә көтөгөҙ - йә туғыҙ, йә ете, йә биш көн ҡалғас". Тимәк, был юлы Ҡәҙер кисен 13 майҙан, йәғни рамаҙан айының 20-нсе кисәһенән эҙләргә кәрәк була. Ҡайһы бер хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, уны рамаҙан айының 27-се кисендә тип иҫәпләйҙәр. Әммә был фараз ғына, сөнки кисә айҙың ҡайһы көнөнә тура килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Йәнә бер хәҙистә Бәйғәмбәребеҙ: "Миңә Ҡәҙер кисе күрһәтелгән ине, ләкин аҙаҡ онотторолдо. Ул һуңғы ун төнгә тура килә. Асыҡ төн, һыуыҡ та, эҫе лә түгел. Ай йондоҙҙарҙы ҡаплаған кеүек. Шайтандар ул төндә таң атҡансы сыҡмай", - тигән. Ҡәҙер кисәһенең билдәләренә килгәндә, Бәйғәмбәребеҙ әйткәндәрҙән тыш, был кисә нурлы, тымыҡ, йылы, елһеҙ булыр, яуым-төшөм булмаҫ, тигән мәғлүмәттәр ҙә еткерелгән. Ул кистә һауанан йондоҙҙар атылмаҫ, һыуҙар татлы булыр тип тә яҙылған.
Ҡөрьән рамаҙан айының Ҡәҙер кисендә инә башлаған. "Әл-Бәҡара" сүрәһенең 185-се аятында был турала: "Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән индерелде", - тиелә. Ҡәҙер кисе бер йыл эсендә байрамдарҙың иң олоһо һәм Аллаһы Тәғәләнең әмере менән ер йөҙөнә фәрештәләр инеп, бәндәләрҙең гонаһтарын ярлыҡауын теләп йөрөйәсәктәре тураһында Ҡөрьәндә "Әл-Ҡәдр" (Ҡөҙрәт) сүрәһендә зекер ителә. Ул кистә ер йөҙө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән ҡапланыр, бәндәләрҙең гонаһтары юйылыр. "Иман һәм Аллаһтың әжеренә өмөт менән (төнгө намаҙҙа) тороусының быға тиклем ҡылынған хата-гонаһтары ярлыҡаныр", - тиелә хәҙистәрҙә. Аллаһ рәсүле Ғәйшәгә Ҡәҙер кисендә киләһе доғаны әйтергә кәңәш иткән: "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл ғәфүә, фәғфү ғәнни!" - "Аллаһым! Ысынында, Һин - Ғәфү Итеүсе, Һин ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!"
Мосолмандарға ҡәҙер кисендә тәүбәгә килеп, ҡазаға ҡалған намаҙҙарын үтәү фарыз. Ҡәҙер кисендә 4 рәҡәғәт намаҙ уҡыла: беренсе рәҡәғәттә - бер "Әл-Фатиха" (Фатиха), өс "Әл-Ҡәдр" (Ҡөҙрәт); икенсе рәҡәғәттә - бер "Әл-Фатиха", өс "Әл-Ихлас" (Ихласлыҡ); өсөнсө рәҡәғәттә - бер "Әл-Фатиха", өс "Әл-Ҡәдр"; дүртенсе рәҡәғәттә - бер "Әл-Фатиха", өс "Әл-Ихлас".
Намаҙҙан һуң бер тапҡыр "Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр. Лә иләһә илләллаһү уаллаһу әкбәр. Аллаһу әкбәр үә лилләһил-хәмде"; йөҙ тапҡыр "Әл-Ҡәдр"; йөҙ тапҡыр "Әш-Шәрх" (Ярып асыу); йөҙ тапҡыр "Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн кәримүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни" сүрәләрен уҡырға.
Әммә Ҡөрьән аяттарын бик белмәгән кешеләр намаҙҙы ике рәҡәғәт кенә итеп һәр рәҡәғәттә бер "Әл-Фатиха" һәм бер "Әл-Ихлас" сүрәһен уҡыһа, намаҙҙан бушанғас етмеш мәртәбә "Әлхәмдү лилләһи" тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһтарын ярлыҡар һәм фәрештәләр икенсе йылға тиклем был кешенең изгелектәрен яҙыр.