Хоҙай Тәғәләнең беҙҙең ашау йәки ашамауға мохтажлығы юҡ. Ғөмүмән, Ул бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, ураҙа беҙгә генә кәрәк. Шуны ғына беләйек – Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе файҙалы эштәр башҡарырға саҡырыр, насарлыҡтарҙан алыҫ торорға ҡушыр. Тимәк, ураҙа тотоуҙың файҙаһы хаҡында фекер йөрөтөргә кәрәк. Ураҙа тотоу йәшерен бер ғибәҙәт булһа – тағы ла яҡшыраҡ.
Иң тәү сиратта, ураҙа тотоу нәфсене еңергә өйрәтә. Юҡҡа ғына «ураҙа менән шайтанды ла еңеп була» тип әйтмәгәндәр, ә шайтан беҙҙең нәфсене уятыусы дошман бит инде. Ысынлап та, ураҙаның файҙаһы бик күп, мәҫәлән:
1. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.
2. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ. Йылмайып ҡына торған кеше тирә-яҡтағыларға тик бәхет кенә өләшер.
3. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
4. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһтары уртаҡ, шуға ла Рамаҙан айында ошо гонаһтан йыраҡ торолор. Ураҙаң ҡабул булһын өсөн игелекле булырға, кешене ҡыйырһытмаҫлыҡ һүҙҙәр генә һөйләп йөрөргә кәрәк.
5. Ифтарға туғандарыңды, дуҫтарыңды саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ҡеүәтләнер.
Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш. Ниндәйҙер сәбәп менән берәй көн ураҙағыҙҙы ҡалдырырға тура килһә, был көн өсөн һуңынан тотоп ҡуйырға мөмкин. Рамаҙан айы матур байрам – Ураҙа ғәйете менән тамамлана.
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр.
Мәғәнәһе:
«Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».
Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.
Мәғәнәһе:
«Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»
Дини календарҙан.