Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ: «Шәғбән айының 15-се кисен (быйыл - 7 апрелдән 8-енә ҡарай төндә) ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, - тип нәсихәт бирә, - көндөҙ ураҙа тотоғоҙ.
Был кистә Аллаһы Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар — һораһындар — бөтә теләктәрен үтәйем», — тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», - тигән.
Бәра’әт кисе гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу менән үтә.
Ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
Дини календарҙан.
Фото: Амур Юнысов.