Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
26 Март 2020, 17:45

ДОҒА ҠӨҘРӘТЕ

“Эй Хоҙайым, үҙеңдең шәфҡә­теңдән ташлама…” -

бер ҡайҙан да ярҙам килеренә ышанысы ҡалма­ғанда, һуңғы өмөт, янып бөтөп барған сыралай, бына һүнәм тип торғанда, хатта дәһриҙәр ҙә Хоҙай­ға һыйына. Ҡаты сырхауҙарҙың, ғүмер һорап, бөтә йөрәктән уҡыған доғалары әжәлде кисектереү, хатта һауыҡтырыу осраҡтары бихисап.
Доғаларҙың мөғжизәүи көсө кешелек донъяһының меңәр йыллыҡ дини тәжрибәһе менән нигеҙләнгән.
Бөгөн дин әһелдәре генә түгел, төрлө илдәрҙәге ғалимдар ҙа доғалар тылсымын фәнгә таянып өйрәнеп, уларға ғилми аңлатма бирергә ынтыла.

Беҙҙең бөтә уйҙарыбыҙ үҙ донъябыҙ тирәләй әйләнә. Тормошта үҙ урыныбыҙҙы эҙләйбеҙме, йәшәү мәғәнәһен табырға тырышабыҙмы – бер минутҡа ла үҙебеҙ, борсоған мәсьәләләр, ихтыяждарыбыҙ хаҡында иҫтән сығара алмайбыҙ. Ләкин донъяларын онотоп Хоҙайға табыныусылар икенсе үлсәмдә йәшәй башлай, ул халәттә теләгән теләктәр ҡабул ҡылына. Фанилыҡтың ығы-зығыһын, үҙ тәкәбберлегеңде ситкә ҡуйып, ғибәҙәт ҡылғанда ниндәй күренеш хасил була? Доғалар беҙҙә йоҡомһорап ятҡан ниндәй илаһи көстө уята?
Америка Ҡушма Штаттарында Томас Джефферсон университеты нейрофизиологы профессор Ньюберд тәрән ғибәҙәттәге кешеләрҙең баш мейеһендә ниндәй үҙгәрештәр барыуын өйрәнеүгә ун йылдан артыҡ ғүмерен арнаған. Ғилми эшендә ул заманса ҡорамал – компьютер томографияһын ҡуллана. Тикшеренеүҙәренә ун биш йыл дауамында көн һайын доға ҡылыусы Франциско монастыры туташтарын һәм Тибет монахтарын йәлеп иткән. Дин әһелдәренең баш мейеһенең халәте тын торғанда, медитация һәм ғибәҙәт ваҡытында билдәләнә. Баштағы һөҙөмтәләрҙе бер сәғәттән, йәғни ғибәҙәт ҡылыу­сылар иң тәрән халәткә ингәндә яһалған мәғлүмәттәр менән сағыштырып, ғалимдар таң ҡала. Баҡтиһәң, доға уҡығанда мейенең ысынбарлыҡта йүнәлеш алыу өсөн яуаплы өлөшө бөтөнләй эшләүҙән туҡтай. Был иһә кешенең ғәмәли донъя менән бәйләнешен юғалтып, уның сигенә сығыуы хаҡында һөйләй.
Эйе, доғаларҙың ҡөҙрәтен өйрәнеү өсөн фән иң алдынғы компьютер технологияларын файҙалана. Ләкин был тәңгәлдә иң беренсе аҙымды Рәсәй ғалимдары яһаған. Тәү тапҡыр 1986 йылда нейрофизиолог Валерий Слезин ғибәҙәт ҡылыусы диндарҙарҙың мейе энцефалограммаһын яҙып ала. Донъя симпозиумында был мәғлүмәттәрҙе ҙур асыш итеп ҡабул итһәләр, Советтар Союзында ғалимды саҡ институттан ҡыумайҙар. Ләкин ул был юҫыҡтағы тикшеренеүҙәргә күп йылдарын арнай.
– Аңлатыуы ауыр күренеште – доға уҡыған саҡта мейелә ни барыуын байтаҡ ваҡыт өйрәндек, – ти Санкт-Петербургтағы В.М. Бехтерев исемендәге ғилми-тикшеренеү институтының нейропсихофизиология лабораторияһы етәксеһе, профессор Валерий Слезин.
Ғалимдар төрлө дин әһелдәрен – православие, христиан, ислам, Будда динен тотоусыларҙы, медитация оҫталары булған һиндтарҙы саҡырып, уларҙың ғибәҙәт ҡылғандағы халәтен өйрәнә. Тикшеренеүҙәр юғары фәнни-техник кимәлдә, заман ғилеменең һуңғы талаптарына ярашлы үткәрелә.
– Доғалар хайран ҡалырлыҡ һауыҡтырыу көсөнә эйә, – ти профессор Слезин. – Улар тєн эшмәкәрлеген генә көйләп ҡалмай, аңдың зарарланған өлөшөн дє яңырта. Доға уҡығанда мейе нейрондары араһындағы патологик бәйләнеш тарҡала, сөнки кеше ауырыу тураһында уйламай башлай. Фәндә яман сиргә тарығандарҙың тулыһынса һауығыу осраҡтары билдәле, тик улар ентеклерәк өйрәнеүҙе талап итә.
Валерий Слезин бығаса берәү ҙә эшләй алмағанды башҡара – доғаның көсөн үлсәй. Ғибәҙәт ҡылыусыларҙың электроэнцефалограммаларын яҙып, көтөлмәгән һығымтаға килә – баш мейеһе ҡабығының тулыһынса “һүнеүен” асыҡлай. Бындай халәт әсәһе янында үҙен тулыһынса яҡлаулы тойған ике-өс айлыҡ сабыйҙарҙа ғына була. Үҫә барған һайын, ҡурсаулылыҡ тойғоһо кәмей, мейе нығыраҡ эшләй, уның биотоктары ритмы тәрән йоҡоға талғанда һәм, тикшереү күрһәтеүенсә, ғибәҙәт ваҡытында ғына түбәнәйә. Оло кешенең баш мейеһе ғәҙәти хәлдә яҡынса 8-30 Гц йышлыҡта эшләһә, бәпестеке ни бары 3 Гц менән билдәләнә. Тимәк, доға ҡылған саҡта мейенең әүҙемлеге әллә нисә тапҡырға кәмей.
Ошоға тиклем мейе эшмәкәрлегенең өс төп фазаһы: тиҙ йоҡо, тәрән йоҡо, уяу сағы билдәле була. Һәр фазаға биотоктарҙың үҙ ритмы хас. Доға уҡығанда биотоктар ритмының ныҡ әкренәйеп, мейелә әүҙем фекерләү туҡтауын ғалимдар аңдың дүртенсе фазаһы – “ғибәҙәт ҡылғандағы уяулыҡ” тип нарыҡлай. Валерий Слезин былай ти: “Мин әлегә быны дәлилләй алмайым: ләкин шул мәлдә хатта ки йән тәндән айырым йәшәй башлай кеүек тойола”. Уныңса, “ғибәҙәт ҡылғандағы” халәттең дауалау үҙенсәлеге һәр кеше өсөн бик мөһим. Күп сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә ҡайғы-хәсрәт, аңыбыҙҙа һаҡланып ҡалған үпкәләр сәбәпсе. Ихласланып доға уҡыған мәлдә бөтә күңелһеҙлектәр, тормош ваҡлыҡтары юҡҡа сыға, йәндең ошо саф торошо тәндең дә сәләмәтләнеүенә булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта бөтә йөрәктән ҡылынған ғибәҙәттең генә сихәтләндереү ҡөҙрәтенә эйә булыуын әйтеү кәрәк.
Риүәйәт буйынса, ике мең йыл самаһы элек Ғайса пәйғәмбәр: “Сабый кеүек булығыҙ һәм үҙегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ”, – тип әйткән. Бәлки, был һүҙҙәр кешелеккә ҡалдырылған васыят ҡына түгел, һәр әҙәм үҙен һаҡлар өсөн файҙалана алырлыҡ серле асҡыстыр? Сөнки доғалар кешене сабый кеүек саф, донъяға яңы килгән сағына, Хоҙай менән бер бөтөн, беренсел мәленә алып ҡайта.
Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА әҙерләне.
фото/Pixabay

Читайте нас: