Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
23 Март 2020, 19:20

Ҡайһы көн иң уңышлы?

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:- Зинһар, әйтегеҙ әле, яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?

Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:

- Шаршамбы...

Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрҙәрен асып, был һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.

- Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.

- Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...

- Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?

- Кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында.

Дини календарҙан.

Читайте нас: