Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
5 Февраль 2020, 18:35

Хәҙистәр

Ошо һүҙҙәрҙе алтын хәрефтәр менән күңелдәребеҙ түренә яҙып ҡуйһаҡ ине!

*Донъяла өс әйбергә ныҡлап таянып булмай: хыялға, уңышҡа һәм байлыҡҡа.
*Өс әйберҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай: ваҡытты, әйткән һүҙҙе һәм хөрмәтте.
*Өс әйберҙе бер ҡасан юғалтырға ярамай: тыныслыҡты, өмөттө һәм намыҫты.
*Донъяла өс әйберҙән дә ҡәҙерлерәк нимә юҡ: иман, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ.
*Өс нәмә кешене бәйләй: тырышлыҡ, тоғролоҡ һәм ирешелгән уңыштар.
*Бигерәк тә өс нәмә кешене хәсрәтле һәм бәхетһеҙ итә: динһеҙлек, тәкәбберлек һәм кешене аҡылһыҙ итә торған иҫерткестәр.
“Йөҙ ҙә бер хәҙис”.
Рауил Бикбаев тәржемәһе.
Читайте нас: