Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
18 Ноябрь 2019, 02:00

Ҡайһыһы көслөрәк?

Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара.

Олатай ейәненә һөйләй:
– Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүгеһе көнсөллөк, намыҫһыҙлыҡ, ялған, мин-минлек, тәкәбберлек кеүек тойғоларҙы өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе иман, тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ яҡлы.
– Ә ҡайһыһы еңеп сыға һуң? – тип һорай уйға ҡалған ейәне.
– Ҡайһыһын күберәк ашатһаң, шуныһы.
Читайте нас: