Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Ноябрь 2019, 11:39

Мәүлит кисе

Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө – ислам донъяһында оло шатлыҡ, бөтә донъя мосолмандары өсөн мөбәрәк көн. Быйыл был изге көн 8 ноябргә тура килә.

Был көндө һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи вәссәләм донъяға килгән. Рабиғел әүүәл айында мосолмандар күркәм мәжлестәргә йыйылып, Пәйғәмбәребеҙҙең йәшәү рәүеше, әхлағы тураһында аят-хәҙистәр уҡый, салауат әйтә, доғалар ҡыла. Мәүлит байрамында төрлө ризыҡтар әҙерләнә, мохтаждарға, йәтимдәргә саҙаҡалар, кейемдәр бирелә. Был изге ғәмәлдәрҙе ҡылған мосолмандар сауапҡа ирешер. Пәйғәмбәргә салауат әйтеп кенә тороу – ул күндәмлек һәм хөрмәт билдәһе, күндәмлек һәм күркәм холоҡ мосолманда булырға тейешле иң гүзәл сифаттар. Салауат әйтеп кенә тороу мосолмандың Пәйғәмбәребеҙ алдындағы иң төп вазифаһы.

Салауат

Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мүхәммәдин үә ғәли әли Мүхәммәд. Кәмә салләйтә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә хәмидүм мәжид.

Аллаһүммә бәрик ғәлә Мүхәммәдин үә ғәлә әли Мүхәммәд. Кәмә бәрактә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә хәмидүн мәжид.

фото/ Яндекс


Читайте нас: