-5 °С
Болотло
– Атай, һинән бер нәмә һорарға мөмкинме?
– Әйҙә.
– Һин эштә сәғәтенә күпме аҡса алаһың?
– Нимәгә ул һиңә? Унда ни эшең бар?!
– Кәрәк ине...
– 300 һум самаһы.
Малай, бер аҙ уйланып торғас, етди ҡарарға килгәндәй:
– Миңә 300 һум аҡса биреп тор әле, атай, – ти.
– Ҡаңғыртма, арығанмын! – Атай кешенең йәне көйә башлай. – Ул хәтлем аҡса нимәгә һиңә?
– Һинең бер сәғәт эш ваҡытыңды һатып алырға ине. Иртәгә алданыраҡ ҡайт әле, атай, бергәләп ашарбыҙ, уйнарбыҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото/Яндекс