Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
3 Сентябрь 2019, 12:12

Яңы Сәпәштә мәсет буласаҡ

Тәүге аҙымдар эшләнгән дә инде - ауыл уртаһындағы ныҡлы, иркен кирбес бинаны эшҡыуар Руслан Дәүләтшин мәсет өсөн бушлай биргән.

Бында бөтә коммуникациялар ҙа бар, ремонт үткәрелгән. Манара ҡуйып, ҡайһы бер эске эштәрҙе башҡараһы ғына ҡалған.

- Яңы Сәпәш ауылында йәшәүселәр, бөтә Ибрай ауыл Советы халҡы исеменән бындай ҙур бүләк өсөн Руслан Салауат улына ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Уға киләсәктә эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, - ти ауыл активистары Әхсән Ғаффанов һәм Илмир Мостафин.

Күптән түгел генә ауылдарының 115 йыллығын үткәргән Яңы Сәпәш ауылы халҡы изге Ҡорбан байрамына көтөп алынған мәсеткә йыйылды. Райондың имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәттең Ҡөрьән уҡығанын тыңлап, ҡорбан ашын тәмләгәндән һуң ғибәҙәтхананы төҙөкләндереү тураһында бергәләп фекер алышты улар.

-Әлхәмдүлилләһ, ауыл халҡы мәсет асыу ниәтен дәррәү күтәреп алды, бөтәһе лә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә теләк белдерҙе, ауылыбыҙҙа тыуып үҫеп, бөгөн ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡушылды. Яр Саллынан яҡташыбыҙ Урал Ильясов бик күп аҡса тапшырҙы. Вахта ысулы менән эшләүсе егеттәребеҙ, был изге эшкә битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаҫ. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, тиҙҙән манаралы мәсетебеҙ тирә-яҡҡа нур сәсеп үҙенә тартып торор әле, - ти Әхсән Хәсән улы.

Читайте нас: