Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
12 Июль 2019, 17:33

Ауылымда мәсет төҙөлә

Матур инде быйыл көҙө лә Ауылымда мәсет төҙөлә!

Бисмилләле ошо төҙөлөш
Алып килер бик күп үҙгәреш.
Тыйнаҡланыр ҡыҙҙар, егеттәр,
Хәрәм ризыҡ һатмаҫ кибеттәр.
Имен үтһен тип ҡыш-йәйҙәр
Намаҙлығын йәйер инәйҙәр.
Бәрәкәтле булыр табындар,
Һәр бер йортта ҡорбан салырҙар.
Никах менән үтер бар туйҙар,
Бик өлөшлө булыр сабыйҙар.
Мәсет төҙөй беҙҙә ир-аттар...
Һоҡланырҙар уға ҡунаҡтар.
Моңло аҙан таңда уятыр,
Ауылыма шулай ҡот ҡайтыр!
Радик хәҙрәт Хәйруллин.

Читайте нас: