Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
3 Июнь 2019, 11:34

ХӘҘИСТӘРҘӘ - ТОРМОШ АСЫЛЫ

Әгәр бер кеше ағас ултыртһа, уны тәрбиәләп, бағып емеш биреүенә ирешһә, ул ағастың һәр-бер емеше миҡдарында сауап яҙылыр.

*Кем һүҙен сәләм биреүҙән башлай, шул - Аллаһы Тәғәләгә иң яҡын кеше.

*Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыл, гүйә һин уны күреп торған кеүек. Әгәр ҙә һин уны күрмәһәң, ул һине һәр ваҡытта күреүселер.

*Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.

*Өҫтәрегеҙгә кейгән кейем кеүек, күңелдәрегеҙҙәге иман да иҫкерә, туҙа. Уны яңыртып тороғоҙ.

*Туғанлыҡ ептәрен өҙгән һәм күршеләрен рәнйеткән кешегә ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә рәхмәт күҙе менән ҡарамаҫ, үҙ рәхмәтенән ситләштерер.

*Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө һәм хөрмәтле йорт — етемдәргә хөрмәт күрһәтелгән йорт.

*Йома көнөндә шундай бер ваҡыт бар, әгәр бер кешенең доға ҡылыуы шул ваҡытҡа тап килһә, уның доғаһы һис шикһеҙ ҡабул булыр.

*Әҙәм балаһы донъянан әхирәткә күскәндән һуң бөтә ғәмәле киҫелә. Әммә бер нисә ғәмәле үҙе вафат булғандан һуң да ғәмәл дәфтәренә яҙылыу дауам итә, үҙе белгән ғилемде башҡаларға өйрәткән булһа, Ҡөрьән Кәрим китабын бүләк итеп ҡалдырһа, халыҡ файҙаһына эштәр эшләп, ҡойо-ҡоҙоҡ ҡаҙып ҡалдырһа, иманлы, әхлаҡлы, тәрбиәле балалар үҫтерһә.

Читайте нас: