Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
3 Июнь 2019, 16:54

Бәрәкәт, муллыҡ һәм именлек һеҙгә!

Быйыл изге Рамаҙан айын район үҙәгендә йәшәүсе мосолмандар яңыртылған мәсеттә ҡаршыланы.

Ишектән ингәс тә бындағы һәр яңылыҡ күҙгә ташлана. Ҙурайтылған ғибәҙәт ҡылыу залы, ҡатын-ҡыҙҙар яғы ла иркен, тәһәрәт алыу өсөн заманса йыһазландырылған бүлмәләр, тулыһынса алмаштырылған йылылыҡ торбалары, бөтә ерҙә яңы балаҫтар – ҡыҫҡаһы, райондың төп мәсете ике йыл ярым эсендә тыштан да, эстән дә үҙгәреп, күркәм төҫ алды. Белеүебеҙсә, иман йортон киңәйтеү тураһында ҡарар бина ҡыҫыҡ булыуы сәбәпле ҡабул ителгәйне, айырыуса Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрендә бында килеүселәргә урын етмәне. Төҙөкләндереү эштәре йыйылған саҙаҡа аҡсаһына атҡарылды, һәр кем изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышты.

- Бик күптәр ярҙам итте, уларҙың барыһын да һанап бөтөрөү мөмкин түгел, һәммәһенә лә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә насип булһын, - ти район имам-мөхтәсибе, Раевка мәсете имам-хатибы Илшат хәҙрәт. – Беҙ йылылыҡ үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға һәм имам-ахун Мәүлетдин хәҙрәткә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Эшҡыуарҙар Руслан Ахунов, Луиза Шарюкова, Вадим Фазылов, Нияз Алтынғужин, Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Алина Ғәлиева эске биҙәкләү эштәрен башҡарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ һәм хәйерле оҙон ғүмер насип әйләһен!

Бл көндәрҙә дин тотоусы ҡәрҙәштәребеҙ һәр кис мәсеткә тәрәүих намаҙына, ауыҙ астырыу мәжлестәренә йыйыла. Төҙөкләндереүҙән һуң бында ифтар үткәреү өсөн шарттар яҡшырған.

- Эштәр күп әле, төп бинаның түбәһен ябырға, стеналарҙы тышларға, манараны яңыртырға кәрәк, - тип һанап китте төҙөлөш барышында прораб бурыстарын да үҙ өҫтөнә алған Илшат хәҙрәт. – Хоҙайҙың ҡөҙрәте һәм дин тотоусыларыбыҙҙың, райондаштарыбыҙҙың тырышлығы һәм ярҙамы менән был эштәрҙе лә атҡарып сығырбыҙ.

Был көндәрҙә Илшат хәҙрәттең Раевка мәсетенә етәкселек итеүенә теүәл ун йыл тулды. Ҡасандыр диндар өләсәһенең өгөт-нәсихәттәрен тотоп, бәләкәй сағынан әсәһе менән иман йортона йөрөй башлаған малай тәүге дин һабаҡтарын Рафаил хәҙрәттән (ул хәҙер – Аксен ауылы мәсете имам-хатибы) ала. Гимназияла туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң, Ҡазанда киң билдәле “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә уҡый, артабан Өфөлә Рәсәй ислам университетын тамамлай, хаж ҡыла. Әсәһе Гөлнур Зиннур ҡыҙы һәм тормош юлдашы Әлиә бөгөн дә төп ярҙамсылары һәм ныҡлы таянысы уның. Йәмәғәте менән улар өс бала тәрбиәләй улар. Бер нисә йыл элек Илшат хәҙрәт райондың имам-мөхтәсибе итеп тә тәғәйенләнде.

Мәсеткә күптәр Ҡөрьән сүрәләрен тыңлап, йән тыныслығы алыу, мәрхүмдәр рухына доға ҡылыу, ауырыуҙарҙан, ҡайғы-хәсрәттән Аллаһҡа һыйыныу, шатлыҡтары менән уртаҡлашыу өсөн килә. Бында һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә әҙерҙәр. Дин әһелдәре Исламдың төп маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған яҡындарыңа, үҙ-үҙенә ышанысын юғалтҡандарға, етемдәргә, миһырбанлыҡҡа өмөтләнеп килгән мохтаждарға ярҙам итеү тураһында ла онотмай.

- Изге Рамаҙан айы тамамланып килә. Был айҙың тәүге көндәре бәрәкәт, муллыҡ алып килә, ай уртаһында Аллаһы Тәғәлә бәндәләренең гонаһтарын ғәфү итә, ураҙаның һуңғы көндәре йәһәннәм утынан ҡотҡара, тигән Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килеүсе Ураҙа ғәйете менән ысын күңелдән ҡотлайым. Хоҙай Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, ихлас күңелдән ҡылған доғаларыбыҙҙы һәм бөтә изге эштәребеҙҙе ҡабул ҡылһын, һәммәбеҙгә лә именлек, изгелек һәм һаулыҡ насип әйләһен! Был изге байрам һәр йортҡа байлыҡ, муллыҡ, бәрәкәт һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, – тип бөтә мосолмандарға изге теләктәрен еткерҙе Илшат хәҙрәт.

Раевка мәсетендә ғәйет намаҙы 4 июндә 9 сәғәттә башлана. Был көн республикала ял көнө тип иғлан ителгән.


Читайте нас: