Ҡиәмәт көндө берәүҙең ғәмәл дәфтәрен уң ҡулына биргәндәр. Белеүегеҙсә, уң ҡулға бирелгән дәфтәрҙә изге эштәр генә яҙылған була. Был кеше яҙыуҙарҙы ҡарағас, тик изге ғәмәлдәре яҙылыуын ғына күрә. « Эй, Илаһым, был яҙыуҙар бит минеке түгел, сөнки бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк», – ти.Шул ваҡытта бер йәшерен тауыш ишетелә.
– Дәфтәр – һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, һинең хаҡта ғәйбәт һата ине. Һин иғтибар бирмәнең. Изге ғәмәлдәр шуға һиңә яҙылды, – ти ул.
Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирәләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуҙары, ураҙа тотоуҙары, хәйер - саҙаҡа биреүҙәре тураһында бер нәмә лә тапмай.
Аллаһы Тәғәләгә аптырап: « Эй, Аллам, донъялыҡта мин намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың ниңә береһе лә теркәлмәгән?» – тип һораны.
– Фәлән- фәлән кеше тураһында һин ғәйбәт һөйләгәйнең, – ти Аллаһы Тәғәлә, – шуға изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәт итеп һөйләгән әҙәмгә яҙылды.
Дини календарҙан.
Фото: Яндекс