Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
23 Апрель 2019, 13:00

“Нур” яҡтылыҡ һибер

Мәсетте төҙөп бөтөрөүҙә ярҙам талап ителә

Мәндән уртаһында ҡалҡып сыҡҡан, кирбестән төҙөлгән, манаралы матур мәсет бинаһы, ысын мәғнәһендә, ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнде.
- Иман йортоноң тәүге нигеҙ ташы дүрт йыл элек, 2015 йылдың майында һалынғайны, - ти имам-хатип Фәрит хәҙрәт. – Ғибәҙәтхананы беҙ ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ ярҙамы менән төҙөнөк. Һәр кем хәленән килгәнсә изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Уларҙың барыһына ла тыныс күк йөҙө, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә яҙһын!
Бөгөн “Нур” мәсетендә эске эштәр бара, газ, ут индерәһе һәм биҙәкләү эштәрен тамамлайһы ҡалды. Быға бары тик ваҡыт һәм аҡса кирәк.
- Хөрмәтле предприятиелар етәкселәре, эшҡыуарҙар, дин әһелдәре, ҡәҙерле яҡташтар! Мәсетте төҙөп бөтөрөүҙә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ, - тип мөрәжәғәт итә әлшәйҙәргә Фәрит хәҙрәт. – Алла бойорһа, тиҙҙән уртаҡ тырышлыҡ менән төҙөлгән мәсетебеҙ үҙ ишектәрен асыр һәм тирә-яҡҡа иман нуры һибер.
Аҡсаны Һаҡлыҡ банкы картаһы номерына күсерергә мөмкин: 4276060027853731. Алыусы: Сафин Фәрит Ғәмбәрис улы. Тел. 3-57-36, 8-917-450-4779.
Читайте нас: