Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
5 Апрель 2019, 17:14

Апрелдең изге кистәре

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң изгеләрҙән һанала, Рамаҙанға әҙерләнеү мәле булып тора.

Бәрәат кисе. Ул 14 шәғбан, йома (19 апрель) ҡояш байығас инә.
Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙи­сендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡ­ҡансы кешелек донъяһына рәхмәт­ле­лек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһ­тарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңы­лыш­лыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сик­кән­дәрҙең тәненә – шифа, йәненә тын­ғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ.



Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмы­шы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә. Мәғлүм ки, халҡыбыҙҙа Ләйлә тигән исем бар. Ул төн тигәнде аңлата. Тимәк, тәүлектең ошо мәлендә тыуған ҡыҙға бирелә был исем.


Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кем­деңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббы­быҙҙан атай-әсәйебеҙгә, бала­ларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡын­дарыбыҙға, үҙебеҙгә хә­йерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммә­беҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.


Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғә­ләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһ­тарын ярлыҡа­уын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китап­тарҙа әйтелгәнсә, был кистә, уны ҡаршыларға әҙерләнгәндә лә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауап­лы. Мосолмандар элек-электән был кисте бергә үткәрергә тырыша, ҡунаҡҡа саҡырыша.


Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Ошо изге айҙарҙа яҡшылыҡтарҙы тағы ла күберәк ҡылырға, бер-беребеҙҙе ғәфү итергә, хаҡ юлдан тайпылмай барырға, гелән хеҙмәттә булырға тырышһаҡ ине. Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ.


Читайте нас: