Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
18 Март 2019, 11:53

Хәҙистәрҙән һабаҡ ал

*Йома көнөндә шундай бер ваҡыт бар, әгәр бер кешенең доға ҡылыуы шул ваҡытҡа тап килһә, уның доғаһы һис шикһеҙ ҡабул булыр.

*Сирлеләрҙе саҙаҡа менән дауалағыҙ.

*Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәткә шөкөр итеү, ул ниғмәттең бәрәкәтле булыуына һәм артыуына сәбәп булыр.

*Мосолман шатлыҡлы хәлендә шөкөр ҡылыр. Был уның өсөн хәйерҙер, сауаптыр. Ҡайғылы ваҡытында сабыр итер. Был уның үҙе өсөн хәйерлелер.

*Кешегә дуҫ булһаң да, урта бул: ихтимал, бер көн килер – дуҫың дошманға әйләнер, бер дошманыңа асыуланһаң да, урта бул: ихтимал, бер көн килер – шул әҙәм менән дуҫ булырһың.

*Изгелек эшләү һәләкәткә осрауҙан һаҡлар.

*Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө кеше — үҙ ҡатыны һәм балаларына күп файҙа килтергән, күп ярҙам иткән кеше.

* Көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡыһаң, биш мәртәбә таҙа йылға һыуында ҡойоноп сыҡҡан кеүек булырһың.

*Етемдәр малына ҡул һуҙыу – ризыҡтың иң яманы.

*Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.


* Кешенең ризығы гонаһтары сәбәпле киҫелә.


Читайте нас: