Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
5 Март 2019, 16:43

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе, тормоштоң инеше әсәйлектә икәнен йәнә бер иҫкә төшөргән көн ул.

Әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам ҡатын-ҡыҙҙы юғарылыҡҡа күтәрә. “Ҡөрьән Кәрим”дә гүзәл заттың бурыстары, хоҡуҡтары билдәләнгән айырым сүрә лә (“Ән-Ниса”) бар. Унда мираҫ, ғаилә ҡороу, тормош көтөү, кешеләр менән мөнәсәбәт булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән.


“Ер-Әсә” тигән төшөнсә юҡтан барлыҡҡа килмәгән, ти дин әһелдәре. Был ике һүҙ сағыштырып бирелгән, тиң ҡуйылған. Бөтөн ризыҡ, үлән, иген, емеш тупраҡта үҫә бит, шуның шикелле ҡатын-ҡыҙға нәҫелде, кешелек донъяһын, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам иттереү бурысы ҡуйылған.

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Ни өсөн? Билдәле: ерҙе, уның уңдырышлылығын, таҙалығын һаҡламаһаҡ, унда үҫкән ризыҡтан нимә көтөргә ҡала?


Тимәк, киләсәгебеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән әсәләр ҙә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Гүзәл заттың тән һәм рухи сәләмәтлеге ҡайғыртылмаһа, улар аҡыллы, зиһенле, һау, илһөйәр, телһөйәр, һөнәрле, әхлаҡлы балалар үҫтерә алмаҫ, һөҙөмтәлә милләтебеҙгә ҙур хәүеф янар.


Ҡатын-ҡыҙҙың бөйөклөгөн аңлатып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”, – тигән. Ғөмүмән, Пәйғәмбәребеҙҙең был йәһәттән хәҙистәре ифрат күп. Уларҙы хәтерҙән сығармай, әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙы ҡәҙер-хөрмәттә йәшәтһәк ине. Бындай күркәм мөнәсәбәттең 8 Мартта ғына түгел, ғүмер буйы дауам итеүе фарыз.