Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
20 Декабрь 2018, 16:29

Хәйер бәрәкәте

Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан, мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.

Мосолман башҡалар өсөн хаж сәфәренә бара, биргән саҙаҡаларының әжер-сауабын ата-әсәһенә арнай ала.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә берәү килеп: “Эй Аллаһ илсеһе, әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте, әҙерләгән саҙаҡаһын биреп өлгөрмәне. Уның уры­нына үҙем тапшырһам яраймы?” – тип һораған. “Мөмкин”, – тип яуаплаған Пәйғәмбәребеҙ.

Шул уҡ ваҡытта Исламда мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йылын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан, мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.

Хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү - барыһы ла хәйер. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә.

Читайте нас: